Конгэк
-5 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
23 Декабрь 2019, 16:40
Башҡортостанда ауыл пенсионерҙарын дауаханаға бушлай йөрөтәләр
Башҡортостанда ауыл ерендә йәшәгән пенсионерҙарҙы дауаханаға бушлай йөрөтәләр. Республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тейешле закон проектын ҡабул итте.
Башҡортостанда ауыл ерендә йәшәгән пенсионерҙарҙы дауаханаға бушлай йөрөтәләр. Республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тейешле закон проектын ҡабул итте.
Документҡа ярашлы, Башҡортостан биләмәһендә күрһәтелгән социаль хеҙмәттәр исемлеге ауыл ерендә йәшәгән 65 йәштән өлкәндәрҙе медицина ойошмаларына йөрөтөү хеҙмәте менән тулыландырылды. Республика Хөкүмәте учреждениелар исемлеген раҫланы.
«Ошо ярҙам төрө кәрәклеге мәсьәләһе күптән өлгөрөп еткән, – тип аңлатма бирҙе республика парламенты спикеры Константин Толкачев. – Әгәр ҡала инфраструктураһы медицина учреждениеларына артыҡ ауырлыҡһыҙ барып етергә мөмкинлек бирһә, ауыл ерендә иһә оло йәштәгеләр, бигерәк тә яңғыҙ йәшәгәндәр өсөн был ысын проблемаға әүерелә. Район дауаханаларынан алыҫтағы ауылдарға тиклем аралар тиҫтә саҡрымдар менән иҫәпләнә. Был хеҙмәт медицина ярҙамына мохтаж өлкән йәштәге граждандарға ҙур ярҙам булыр, уларҙың күбеһенә проблемаларҙы хәл итергә булышлыҡ итер ине».
http://www.bashinform.ru/news/1395017-v-bashkirii-selskikh-pensionerov-budut-besplatno-dostavlyat-do...
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит