ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Март 2020, 19:40

Гүзәл заттар сәләмәт тормош яҡлы!

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан йыл һайын гүзәл заттар ҡатнашлығында спорт-мәҙәни фестивале үткәреү күркәм йолаға әүерелгән. Быйыл да был традицияға тоғро ҡалдылар.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан йыл һайын гүзәл заттар ҡатнашлығында спорт-мәҙәни фестивале үткәреү күркәм йолаға әүерелгән. Быйыл да был традицияға тоғро ҡалдылар. Ҡаланың урта һәм һөнәри белем биреү учреждениелары һәм киң мәғлүмәт сараларынан, атап әйткәндә, “Көнгәк”, “Путь Октября”, “Пульс-М” гәзиттәренән, “Сатурн” телестудяһы хеҙмәткәрҙәренән алты йыйылма команда тиҙлеккә, сослоҡҡа, зирәклеккә уҙышты.
Фестивалде асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов сығыш яһаны. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең көндәлек тырыш хеҙмәте менән райондың, республиканың, илдең үҫешенә өлөш индереүен, йәмәғәт эштәрендә уңыш ҡаҙаныуын билдәләне. Әүҙем ижтимағи эшмәкәрлекте балалар тәрбиәләү, йортта, ғаиләлә ҡот булдырыу менән уңышлы берләштереүенә һоҡланыуын белдерҙе.
Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Жанна Ғәйетҡолова көндәлек тормошҡа һөйөү һәм матурлыҡ килтергән, уны йәмләгән, көслө заттар менән бергә донъя йөгөн тартҡан хеҙмәткәрҙәрҙе байрам менән ҡотлап, теләктәрен еткергәс, күңелле эстафеталар башланды.
Был көндә фестивалдә ҡатнашҡан командалар үҙҙәренең бөтә яҡлап та һәләтле икәнлеген күрһәтте. Етеҙ ҙә, уңған да, сос та, отҡор ҙа улар. Кәрәк саҡта ярҙам итергә лә әҙерҙәр. Улай булмаһа, һөнәри эшмәкәрлектәре менән бер рәттән ғаилә усағын һүндермәй, яҡты ла, йылы ла, ҡотло ла итеп тота алырҙар инеме?
Ярыш көсөргәнешле темпта барҙы, еңеүгә ынтылыш көслө булды. Шулай итеп, иң күп мәрәй йыйып, педагогия хеҙмәткәрҙәренең йыйылма командаһы беренсе урынға лайыҡ булды. Икенсе урынға күп профилле колледж коллективы сыҡты. Өсөнсөнө мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының йыйылма командаһы яуланы. Спортсылар Маҡтау грамоталары, миҙал һәм кубок менән бүләкләнде.
Читайте нас: