ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
5 Март 2020, 11:55

Шайтан ғына өмөтһөҙ, тиҙәр

Яңыраҡ йәшлек дуҫым шылтыратты. Йәш йөрәгемдә тәүге мөхәббәт яралары бик күп йылдарҙан һуң уңалғас ҡына, беҙ ҡабаттан телефон аша аралашып хәл-әхүәл белешеп торабыҙ. “Ҡустым ауырый, онкология, дүртенсе стадия”. - Уның тауышы был юлы бик төшөнкө сыҡты. Апайҙарым да ошо сирҙе башынан үткәрҙе, ошо золом береһен йәшләй генә гүргә тыҡҡас, уның кисереше йөрәгемде ҡуҙғытып ебәрҙе. Ашҡаҙан аҫты биҙендә табылған ауырыу. Бер тапҡыр дауаланғас, врачтар киҫәтеүенә ҡолаҡ һалмаған, тәмәкеһен дә тарта, иҫерткес эсемлектәргә лә битараф түгел, улай ғына тип әйтеүе дөрөҫ тә булмаҫ, “дуҫ” ҡустыһы. “Ни эшләп алданыраҡ өндәшмәнең һуң? Проблема тыуа икән, үҙ эсеңә бикләнергә, йомолорға ярамай, ҡысҡырырға кәрәк. Хәҙер бит медицина ла көслө, унан тыш үлән менән дауалауҙы ла ҡулланырға була. Рим Әхмәтовтың “Одолень трава” китабы ғына ни тора, күпме сирлелә ул төҙәлеп сығыуға өмөт уята”, - тип уй башымдан йүгерә.

Яңыраҡ йәшлек дуҫым шылтыратты. Йәш йөрәгемдә тәүге мөхәббәт яралары бик күп йылдарҙан һуң уңалғас ҡына, беҙ ҡабаттан телефон аша аралашып хәл-әхүәл белешеп торабыҙ. “Ҡустым ауырый, онкология, дүртенсе стадия”. - Уның тауышы был юлы бик төшөнкө сыҡты. Апайҙарым да ошо сирҙе башынан үткәрҙе, ошо золом береһен йәшләй генә гүргә тыҡҡас, уның кисереше йөрәгемде ҡуҙғытып ебәрҙе. Ашҡаҙан аҫты биҙендә табылған ауырыу. Бер тапҡыр дауаланғас, врачтар киҫәтеүенә ҡолаҡ һалмаған, тәмәкеһен дә тарта, иҫерткес эсемлектәргә лә битараф түгел, улай ғына тип әйтеүе дөрөҫ тә булмаҫ, “дуҫ” ҡустыһы. “Ни эшләп алданыраҡ өндәшмәнең һуң? Проблема тыуа икән, үҙ эсеңә бикләнергә, йомолорға ярамай, ҡысҡырырға кәрәк. Хәҙер бит медицина ла көслө, унан тыш үлән менән дауалауҙы ла ҡулланырға була. Рим Әхмәтовтың “Одолень трава” китабы ғына ни тора, күпме сирлелә ул төҙәлеп сығыуға өмөт уята”, - тип уй башымдан йүгерә. Шуны әйтеп үткем килә: медицина дауалауы менән бер ҡатарҙан үлән төнәтмәләре менән дауаланған апайым иҫән, Аллаға шөкөр. “Быныһы ағыулы икән”, - тип тән тиреһенә һөртөп ултырғанын юғалттыҡ. Шуға күрә был сирҙән ҡотолған ҡоҙам тураһында яҙып үткем килде. Унда сирҙе ашҡаҙан аҫты биҙендә табалар, шулай уҡ һуңғы стадия, тиҙәр. Сираттағы химия дауаланыуы осоронда ҡоҙама бер палатала бабай менән ятырға тура килә. Йәшәргә оҙаҡ ҡалмаған, тип ҡайтарып ебәрелгән бабай дарыу үләндәренән төнәтмә эсеп, сирҙән ҡотолған, инвалидлыҡ төркөмөнән дә төшөрөлгән. Шул йәйҙе ҡоҙам рецепт буйынса үләндәр йыйып киптергән. Һеңлем әйтеүенсә, уның өйөнөң урҙаһында ла, карауат аҫтында ла, өҫтәлендә лә, лапаҫ аҫтында ла дарыу үләндәре бәйләме эленеп торған.
Һөҙөмтәлә ҡотолған, еңеп сыҡҡан ҡоҙам ул зәхмәтте! Үлән эсеп кенә сирҙән ҡотолоп була, тип әйтмәйем, әммә ләкин ул золомдан ҡотолор өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәктер, тип уйлайым.
Ҡоҙаға палаталашы өйрәткән рецептты яҙып үтергә булдым, бәлки ерәйһенә ярҙамы тейер.
Әлморон (шиповник - 100 грамм, юл япрағы (подорожник) - 75 грамм, арыҫлан ҡойроғо (пустырник) - 75 грамм, кесерткән (крапива) - 75 грамм, энәлек (боярышник) - 75 грамм, көтөүсе муҡсаһы (пастушья сумка) - 50 грамм, ҡайын бөрөһө (берёзовые почки) - 50 грамм, мең япраҡ (тысячелистник) - 50 грамм, ҡыҙыл көртмәле япрағы (брустничий лист) - 50 грамм, имән ҡайыры (кора дуба) - 50 грамм, йылан тамыры (шалфей) - 50 грамм, эт тегәнәге (череда) - 50 грамм, ҡырҡбыуын (хвощ полевой) - 25 грамм, айыу баланы ҡайыры (кора крушины) - 25 грамм.
Ошоларҙы бөтәһен дә бергә ҡушаһың да, тигеҙ итеп дүрт өлөшкә бүләһең. Бер өлөштө тағы унға бүлергә. Ундан бер өлөштө ике литр һыуҙа ҡайнатып, көнөнә өс тапҡыр эсергә. (Ҡулланыр алдынан врач менән кәңәшләшеү мотлаҡ). Төнәтмәне һыуытҡыста тоторға. Кемгәлер ярҙамы тейһә, мин бик шат булыр инем.
Читайте нас: