ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Март 2020, 01:08

Авиабәйләнеш сикләнә

Коронавирус... был ят исемле афәт бик алыҫта һәм Рәсәйгә ҡағылмаҫ кеүек ине... Ә бөгөн беҙҙең ил дә сирлеләр һаны арта барыуын танырға һәм едти саралар күрергә мәжбүр.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы коронавирус пандемияһы тураһында иғлан итте. Рәсәй бөгөн беҙҙең илдә лә сирлеләр һаны арта барыуын танырға һәм едти саралар күрергә мәжбүр.
13 марттан Европаның бер нисә иленә авиабәйләнеш сикләнә. Улар Францияға, Испанияға, Германияға, Италияға һәм кире рейстарға ҡағыла.
Шул уҡ ваҡытта ошо илдәрҙең баш ҡалаларына, шулай уҡ Мюнхенға, Майндағы Франкфуртҡа һәм Барселонаға Шереметьево аша авиарейстар һаҡлана.
Бынан тыш, был илдәргә үҙҙәренең граждандарын һәм башҡа сит ил кешеләрен ташыу, шулай уҡ рәсәйҙәрҙе Тыуған иленә ҡайтарыу өсөн чартер рейстар дауам итә.
12 мартҡа 114 илдә 118 мең кеше яңы коронавирус йоҡторған, 4,3 мең самаһы кеше вафат булған.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы коронавирус пандемияһы тураһында иғлан итте.
Читайте нас: