Конгэк
+12 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Март 2020, 00:40
Гранат файҙаһы
Был емештең организмға файҙаһы бик ҙур. Өлгөргән емештә витаминдар, кальций, калий, кремний, йод күп. Фруктоза, глюкоза, дубиль матдәләр һәм органик кислоталар ҙа бар. Антиоксиданттар күп, төрлө инфекциянан һаҡлай. Шифалы матдәләргә, минералдарға бай булыуы менән ул үҙәк нервы системаһына ыңғай тәьҫир итә, гемоглобинды күтәрә, ҡан баҫымын төшөрә, артыҡ кәүҙә ауырлығынан арынырға булышлыҡ итә, күп кенә инфекциянан һаҡлай, организмдың дөйөм физик хәлен яҡшырта. Гранат һуты аппетитты күтәрә, һыуһынды ҡандыра, юғары тән температураһын төшөрә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, организмға артыҡ һыуҙан арынырға булышлыҡ итә, ялҡынһыныуға ҡаршы тороп, дөйөм сәләмәтлекте нығыта.Емеше операциянан, инфекция ауырыуҙарынан һуң, ныҡ ябығыуҙан дөйөм организмды нығытыу сараһы булараҡ яҡшы. Ул йөрәк өсөн дә файҙалы. РР һәм С витаминдарына бай булыуы атеросклерозды иҫкәртергә һәм ҡан тамырҙарын нығытырға ярҙам итә. Гранат быуындарҙы ла һаҡлай. Ул һеңерҙәргә зарар килтергән ферменттар бүленеп сығыуҙы тотҡарлай. Бынан тыш, гранат һуты импотенцияны дауалауҙа ҡулланыла, Альцгеймер ауырыуы үҫешен тотҡарларға һәләтле. Диетик туҡланыу өсөн дә файҙалы. 100 г емештә бөтәһе 60 ҡына ккал, ә 100 г һутында – ни бары 50 ккал. Уның составында май бөтөнләй юҡ. Шуға күрә лә еңел үҙләштерелә. Ул ғына ла түгел, организмдағы майҙарҙы тарҡата. Гранаттың файҙалы үҙенсәлектәре күптән билдәле һәм емеш халыҡ медицинаһында әүҙем ҡулланыла. Унан шифалы эсемлектәр әҙерләргә мөмкин. Әйткәндәй, бының өсөн ҡабығы ла уңышлы файҙаланыла.
Был емештең организмға файҙаһы бик ҙур. Өлгөргән емештә витаминдар, кальций, калий, кремний, йод күп. Фруктоза, глюкоза, дубиль матдәләр һәм органик кислоталар ҙа бар. Антиоксиданттар күп, төрлө инфекциянан һаҡлай. Шифалы матдәләргә, минералдарға бай булыуы менән ул үҙәк нервы системаһына ыңғай тәьҫир итә, гемоглобинды күтәрә, ҡан баҫымын төшөрә, артыҡ кәүҙә ауырлығынан арынырға булышлыҡ итә, күп кенә инфекциянан һаҡлай, организмдың дөйөм физик хәлен яҡшырта. Гранат һуты аппетитты күтәрә, һыуһынды ҡандыра, юғары тән температураһын төшөрә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, организмға артыҡ һыуҙан арынырға булышлыҡ итә, ялҡынһыныуға ҡаршы тороп, дөйөм сәләмәтлекте нығыта.
Емеше операциянан, инфекция ауырыуҙарынан һуң, ныҡ ябығыуҙан дөйөм организмды нығытыу сараһы булараҡ яҡшы. Ул йөрәк өсөн дә файҙалы. РР һәм С витаминдарына бай булыуы атеросклерозды иҫкәртергә һәм ҡан тамырҙарын нығытырға ярҙам итә. Гранат быуындарҙы ла һаҡлай. Ул һеңерҙәргә зарар килтергән ферменттар бүленеп сығыуҙы тотҡарлай. Бынан тыш, гранат һуты импотенцияны дауалауҙа ҡулланыла, Альцгеймер ауырыуы үҫешен тотҡарларға һәләтле.
Диетик туҡланыу өсөн дә файҙалы. 100 г емештә бөтәһе 60 ҡына ккал, ә 100 г һутында – ни бары 50 ккал. Уның составында май бөтөнләй юҡ. Шуға күрә лә еңел үҙләштерелә. Ул ғына ла түгел, организмдағы майҙарҙы тарҡата.
Гранаттың файҙалы үҙенсәлектәре күптән билдәле һәм емеш халыҡ медицинаһында әүҙем ҡулланыла. Унан шифалы эсемлектәр әҙерләргә мөмкин. Әйткәндәй, бының өсөн ҡабығы ла уңышлы файҙаланыла.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь 2023, 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь 2023, 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Ә һеҙҙең “игеҙәгегеҙ” бармы?
2024 йылда әсәлек капиталына ниндәй үҙгәрештәр индереләсәк
Хәтергә һеңгән һандар