ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Март 2020, 19:01

Компьютерлы күреү синдромы

Һуңғы бер нисә йылда офтальмологтар компьютер менән бәйле күҙ ауырыуының - компьютерлы күреү синдромы барлыҡҡа килеүен билдәләй.

Бѳгѳн компьютерҙар кѳнкүрештә лә киң файҙаланыла. Был аҡыллы машина һәр ғаиләлә тиерлек бар. Әммә кеше күҙе компьютерҙың мониторына бѳтѳнләй яраҡлашмаған икән.

Һуңғы бер нисә йылда офтальмологтар компьютер менән бәйле күҙ ауырыуының - компьютерлы күреү синдромы барлыҡҡа килеүен билдәләй. Был сир менән яфаланғандарҙың һаны кѳндән-кѳн артыуы ғына үкенесле.

Компьютерлы күреү синдромы тип, күҙгә ҡағылышлы сир билдәләренең тотош йыйылмаһын атайҙар. Уларҙы ике тѳркѳмгә бүлергә мѳмкин: күҙ боҙолоуы һәм күреү һәләтенең түбәнәйеүе.

Күпселек ваҡытын монитор экранына тѳбәлеп уҙғарған кешеләрҙең зарланыуын да ике тѳркѳмгә бүлеп ҡарайҙар: оптик (күреү һәләтенең түбәнәйеүе, бер-береһенән тѳрлѳ алыҫлыҡта урынлашҡан предметтарҙы ҡапыл-ҡара асыҡ тѳҫмѳрләмәү, бер әйберҙе икәү итеп күреү, уҡыған саҡта тиҙ арыу) һәм физик (күҙҙәрҙең әсетеүе, күҙ ҡабағы аҫтында “ҡом” тойоу, күҙ соҡорондағы, маңлайҙағы ауыртыуҙар, күҙҙәрҙе йөрөткәндә ауыртыу, күҙ алмаларының ҡыҙарыуына) зарланыуҙар.

“Компьютер синдромы” менән нисек кѳрәшергә?

- теге йәки был билдәләр тойолоу менән, кисекмәҫтән офтальмологка күренергә, үҙ белдегегеҙгә дауаланмаҫҡа;

- күҙ йәшен алмаштырған тамыҙмалы махсус күҙ дарыуҙарын ҡулланырға;

- компьютер менән эшләгән саҡта, 20-30 минут һайын күҙҙәргә ял бирергә.

Читайте нас: