ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
23 Март 2020, 19:33

Һаҡланыу сараларын инҡар итмәгеҙ

Битлек кейегеҙ: үҙегеҙҙе 2019-nCoVI коронавирусынан һаҡлағыҙ.

2019-nCoVI коронавирусынан һаҡланыу сараларын инҡар итергә ярамай, яҙ башҡа йоғошло сирҙәр ҙә әүҙемләшә. Ауырыуҙың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн битлек, карантин, ҡул гигиенаһы кеүек сараларҙы бергә ҡулланғанда ғына һөҙөмтә була.
Шул уҡ ваҡытта һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мотлаҡ. Әгәр битлекте 2-3 сәғәт һайын алмаштырмаһаң, киреһенсә, зарар килтереүе ихтимал. Уны сискәс тә, сүп һауытына ташлағыҙ. Файҙаланған битлеккә ҡағылғандан һуң ҡулды һабын менән яҡшылап йыуыу зарур. Кеше булмаған асыҡ урында кеймәҫкә лә була. Дөрөҫ кейелгән битлек бөкләнмәҫкә, биткә тейеп, ауыҙ, танау, эйәкте ҡапларға, тегелгән нығытмаһы танау һыртын ҡыҫып торорға тейеш.
Битлекте ҡасан кейергә кәрәк:
- киҫкен респиратор вирус инфекцияһы (ОРВИ) биҙгәк, тымау, сөскөрөү, танау тоноу кеүек билдәләр булған кешеләр менән аралашҡанда.
- халыҡ йыйылған урында йә транспортта.
- үҙегеҙҙә сир билдәләре күҙәтелһә, йәмәғәт урындарында.
Тотонолғанын ҡабат ҡулланырға ЯРАМАЙ!
Читайте нас: