ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Март 2020, 14:10

Һәр кем һаҡланыу сараһын күрергә тейеш!

Һуңғы осорҙа коронавирус темаһы борсомаған кеше юҡтыр. Был хаҡта хатта кескәйҙәр ҙә хәбәрҙар.

Һуңғы осорҙа коронавирус темаһы борсомаған кеше юҡтыр. Был хаҡта хатта кескәйҙәр ҙә хәбәрҙар. Бынан ике-өс аҙна элек ул хаҡта битараф фекер йөрөткәндәр ҙә мөнәсәбәтен үҙгәртте, сөнки беҙҙең республикала 24 мартҡа дүрт кешенең вирус йөрөтөүе асыҡланды. Билдәле булыуынса, хәүефле сирҙән һаҡланыу саралары буйынса илдә махсус саралар ҡабул ителде. Төрлө кимәлдә уның таралыуын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән мөһим эш башҡарыла.
“Ә һеҙ сирҙән ҡурҡаһығыҙмы, унан һаҡланыу өсөн ниндәй саралар ҡулланаһығыҙ?” - тип һорау урынһыҙ булһа ла, бер нисә замандашыбыҙҙан яуап биреүен үтендек.
Меруэрт ӘҺЛИУЛЛИНА:
  • Коронавирус тураһында ишеткәс тә хәүеф тойғоһо барлыҡҡа килде. Шуға ла уның хаҡында бар мәғлүмәтте уҡып барҙым. Инфекцияның таралыу тиҙлеген белгәс, ысын мәғәнәһендә, яҡын кешеләремде юғалтыуҙан, үҙем йоҡторһам, улымды йәтим итеүҙән ҡурҡам. Һәр кем үҙенең балалары, туғандары өсөн яуаплылыҡ тойорға тейеш. Шуға күрә сирҙән һаҡланыуҙың бар сараларын да ҡулланырға кәрәк. Артыҡ паникаға бирелергә ярамай, әммә самалап аҙыҡ-түлек, гигиена сараларын алып ҡуйыу ҙа ҡамасауламаҫ, сөнки карантинға бәйле магазиндар, сауҙа үҙәктәренең эш режимы ҡыҫҡартылыуы, үҙгәреүе мөмкин. Иң мөһиме - кеше күпләп йыйылған урындарға барыуҙы сикләү, урамдан йөрөп ҡайтҡас ҡулды һабынлап йыуып, махсус саралар менән эшкәртеү һәм тыныслыҡ һаҡлау. Артыҡ борсолоу, хәүефләнеү, ҡурҡыу башҡа төрлө ауырыуҙарға сәбәпсе булыуы бар.
  • Разия СӘЛИХОВА:
    • Әгәр ҙә бар кеше үҙенән талап ителгәнде үтәһә, был ҡурҡыныс сирҙе еңергә була. Бөтә нәмә лә берҙәмлек кәрәк. Берең һаҡланып, икенсең вирусты инҡар итһә, бәлә килеүе оҙаҡ көттөрмәҫ. Яңы йыл алдынан уҡ коронавирустың хәүефе тураһында күпме һөйләнеләр, сит илгә сығыуҙы иҫкәрттеләр. Ә Рәсәй халҡы ышанманы. Итальяндар ҙа битарафлыҡ күрһәткәйне лә ул, ә күпме кешеһен юғалтты! Ошондай фажиғә ҡабатланмаһын өсөн һәр кем ҡулынан килгәнсә һаҡлыҡ сараһын күрһен ине.
    • Ирек НУРЕТДИНОВ:
      • Башҡортостанда бөтә водителдәр һәм республика халҡы менән эшләгән башҡа транспорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн битлек режимы индерелеүе билдәле. Әммә әлегә мин бер нисә осраҡтан тыш күргәнем юҡ. Пассажирҙар араһында төрлө кеше булыуы мөмкин бит. Был тәжрибәне киҙеү, вируслы инфекция таралған осорҙа ҡулланырға ла була. Мин үҙем һуңғы осорҙа йәйәү йөрөргә өҫтөнлөк бирәм. Үҙемдә яҡшы үҙгәреш һиҙәм, көндән-көн еңеллек тоям. Һеҙгә лә күберәк йәйәү йөрөргә кәңәш итер инем.
      • Читайте нас: