ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Март 2020, 13:45

Һәр кем һаҡланыу сараһын күрергә тейеш!

Һуңғы осорҙа коронавирус темаһы борсомаған кеше юҡтыр. Был хаҡта хатта кескәйҙәр ҙә хәбәрҙар. Бынан ике-өс аҙна элек ул хаҡта битараф фекер йөрөткәндәр ҙә мөнәсәбәтен үҙгәртте, сөнки беҙҙең республикала 24 мартҡа дүрт кешенең вирус йөрөтөүе асыҡланды.

Һуңғы осорҙа коронавирус темаһы борсомаған кеше юҡтыр. Был хаҡта хатта кескәйҙәр ҙә хәбәрҙар. Бынан ике-өс аҙна элек ул хаҡта битараф фекер йөрөткәндәр ҙә мөнәсәбәтен үҙгәртте, сөнки беҙҙең республикала 24 мартҡа дүрт кешенең вирус йөрөтөүе асыҡланды. Билдәле булыуынса, хәүефле сирҙән һаҡланыу саралары буйынса илдә махсус саралар ҡабул ителде. Төрлө кимәлдә уның таралыуын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән мөһим эш башҡарыла.
Түбәндәге ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәп, вирустың таралыуын иҫкәртеүгә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала:
- кеше күпләп йыйылған урындарҙа йөрөмәгеҙ, өйҙә ултырырға тырышығыҙ;
- ҡулығыҙҙы йышыраҡ һабын менән йыуығыҙ, дезинфекциялай торған саралар ҡулланығыҙ;
- йыуылмаған ҡулды ауыҙ, күҙ, танау тирәһенә килтермәгеҙ. Билдәле булыуынса, кеше үҙе лә һиҙмәҫтән ошо хәрәкәтте сәғәтенә 15 тапҡыр ҡабатлай;
- эш урынында ҡулығыҙ тейгән урындарҙы, клавиатура, пульт, ишек тотҡаларын йышыраҡ таҙартығыҙ, һөртөгөҙ;
- үҙегеҙ менән бер тапҡыр ҡулланыла торған салфетка, ҡулъяулыҡ йөрөтөгөҙ. Йүткергәндә, сөскөргәндә битегеҙҙе ҡаплағыҙ;
- бүлмәләрҙе йышыраҡ елләтегеҙ. Әгәр ҙә үҙегеҙҙә киҙеү билдәләрен тойһағыҙ, мотлаҡ рәүештә өйҙә ҡалығыҙ һәм врач саҡыртығыҙ!
Шәүрә ӘБДРӘШИТОВА, үҙәк район дауаханаһы эпидемиологы ярҙамсыһы.
Читайте нас: