ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
27 Март 2020, 21:59

Һаҡланғанды һаҡлар

Ҡайһы сит илдән ҡайтһаң да, ике аҙнаға үҙ аллы карантин ойоштороу мотлаҡ, берҙән, яҡындарыңды һаҡлайһың, икенсенән, был талапты боҙһаң, яуапҡа тарттырыласаҡһың.

Коронавирус беҙгә ҡағылмаҫ кеүек ине, ә
бөгөн ул ишек ҡаға, әрһеҙ ҡунаҡ һәр йортҡа инергә әҙер. Рәсәйҙә сирлеләр һаны 1036 кешегә еткән.
Ошо осорҙа 45 кеше һауығып сыҡҡан, тип хәбәр итте Роспотребнадзор.
Эпидемиология тикшеренеүе мәғлүмәте буйынса ауырыуҙар һуңғы ике аҙнала коронавирус инфекцияһы таралған илдәрҙә булған. Сит илдән ҡайтҡан һәр кеше үҙ аллы карантин ойошторорға бурыслы. Шулай итеп, яҡындарыңды ла һаҡлайһың, енәйәт яуаплылығынан да ҡотолоп ҡалаһың. Тикшереү көсәйтелә, ләкин мәжбүри сараларҙы көтөргә түгел, һаҡланырға кәрәк. Бер тапҡыр ҡуллана торған битлек, бирсәткәләрҙе ташлау мотлаҡ, яңылыш та ауыҙ, танау, күҙҙәргә ҡағылырға ярамай. Ҡулдарҙы һабынлап даими йыуыу зарур. Хоҙай ҙа "һаҡланғанды һаҡлармын тигән", тиҙәр...
Читайте нас: