ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Апрель 2020, 21:28

Коронавирусҡа ҡаршы саралар

Өйҙә ҡалайыҡ! Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ. Үҙебеҙҙең ерҙә үҫкәне беҙҙең өсөн файҙалыраҡ икән...

Үҙебеҙҙең ризыҡ дауа булһын. Өйҙә ҡалайыҡ!
Һеҙгә Зәүхиә апай Ҡәҙәрбәкованың корона вирусҡа ҡаршы кәңәштәрен тәҡдим итәм.
- Һаумыһығыҙ, яҡташтар! Барыбыҙ өсөн дә аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек булды беҙҙең бөгөнгө хәлебеҙ. Өйҙә бикләнеп ултырыу, битлек тегеп кейеүҙәр менән бергә үҙебеҙҙең яҡтың теләһә ҡайһы вирусҡа ҡаршы торорлоҡ ризыҡтарын, үләндәрен дә ҡулланһаҡ, шәп булыр ине. Шулай уҡ үҙебеҙҙең эске хәләтебеҙҙе лә иммунитетты ҡаҡшатмаҫлыҡ дәрәжәлә тотһаҡ ине.
Иң беренсе – йәй буйына аяҡ аҫтында тапап йөрөгән әремебеҙ иҫ киткес көскә эйә. Ул тәбиғи антибиотик. Ошо көндәрҙә әремде киң ҡулланырға тырышығыҙ. Вирустарға үрсергә бирмәһәк, үрсемәҫ. Ыңғай шарттар булһа, теләһә ҡайһы вирус та рәхәтләнеп ишәйә. Ә бына әрем уларҙы үрсеүҙән шартлатып туҡтата. Көн үҙәгендә ауыҙығыҙға әҙ генә, сәскәһе хәтлем генә бер-ике бөртөк кенә әремде ҡабып сәйнәп алығыҙ. Ашағандан һуң, бер ярты сәғәт үткәс. КӨНГӘ ӨС - ДҮРТ ТАПҠЫР. Ә БЫНА КИС ЙОҠЛАРҒА ЯРТЫ СӘҒӘТ ҠАЛА, СӘЙ ҠАЛАҒЫНЫҢ ОСОНДА СЕМЕТЕП КЕНӘ ЯРТЫ СТАКАН ҠАЙНАР ҺЫУҘА ТӨНӘТЕГЕҘ, ШУНАН УНБИШ МИНУТТАН ҺӨҘӨП ЭСЕГЕҘ. Бик көслө булһа, әҙерәк эсегеҙ. Ғаиләгеҙҙә нисә кеше бар, балалар булһа – уларға ла эсерегеҙ. Ул үпкәне таҙартып, тын юлдарындағы лайлаларҙы киптереп тора. Төнө буйы эсегеҙҙе таҙа тота. Хатта ниндәй генә вирус инһә лә, ул үрсеп китә алмай, сөнки әрем быға юл ҡуймай. Лайла – вирустар өсөн уңайлы шарт.
Әрем булмаһа, усаҡ ҡайырыһы ла шундай көскә эйә. Имән ҡайырыһы, ҡарағас ылыҫы. Һарымһаҡты турап, йылы һыу менән йотоғоҙ. Бер юлы бер нисәне йоторлоҡ итеп, ваҡ ҡына турағыҙ. Көн үҙәгендә әҙ генә ҡырҡып алып, сәйнәгеҙ, теләһәгеҙ йотоғоҙ. Ҡайын бөрөһө, ерек тубырсығы ла шундай көскә эйә.
Прополис та бик көслө антисептик. Уны ла көн үҙәгендә ауыҙығыҙҙа һурып йөрөгөҙ. Бер ҡапҡанда шырпы башы ҡәҙәрҙе. Сәйнәп бөткәс төкөрөгөҙ. Көнгә бер нисә тапҡыр сәйнәргә була. Әсе ҡатыҡ та көслө антибиотик.
Күңелегеҙгә ҡурҡыу индермәгеҙ, тыныс булығыҙ, матур кинолар ҡарағыҙ, китап уҡығыҙ, музыка тыңлағыҙ. Ҡурҡыу кешене көсһөҙләндерә, телеһә ҡайһы дошман алдында бирешеүсән итә.
Сәләмәт булығыҙ.
Читайте нас: