ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Май 2020, 19:05

Ә һеҙҙе тартыуҙы ташларға нимә мәжбүр итте?

Йәш сағында тәмәке тартып ташлаған ир монологы

“Тәмәке тартыуҙы бала саҡтан башланым. Бынан бик күп йылдар элек ауыл малайҙары менән һарай арттарында, йылға буйында ҡыҙынып ятҡанда “быҫҡытып” маташтым.
Беҙ, фронтовик улдары быуыны, атайҙарҙың “махра”һын йәшереп алып көйрәтә торғайныҡ. Ғәмһеҙ бала саҡ үтеп, егет ҡорона ингәс, 17 йәш тулған көндә, магазиндан папирос һатып алып тарта башланым. Армияға тиклем сит өлкәлә эшләргә тура килде, унда ҡатын-ҡыҙ ҙа күпләп көйрәтә торғайны. Фильтрлыларын ғына тартҡас “бер бөртөк” һораусылар күп ине. Бөтәһенә лә еткереп булмаҫын аңлап, икенсе кеҫәгә арзанлы сигарет һалып алам. Әрме сафында ла ошоға оҡшаған хәлдәр осраны. Беҙҙең майор сығышы менән Күгәрсен районынан ине. Сыуаш милләтле яҡташым башҡорт телен һыу кеүек эсә торғайны. Быны белгән бер һалдат командир алдында үҙен күрһәтәм тип, иртән майор килер алдынан, һеҙҙеңсә “Здравия желаю!” нисек була, тип һорап ҡуйҙы. Офицерҙы күргәс, бер ни аңламаған хеҙмәттәш:“Аҡса бир әле”, - тип әйтеп һалды. Майор ҙа аптырап ҡалманы, кеҫәһенән өс һум сығарып: «Һәйбәт тәмәке генә ал”, - тип аҡса һондо. Фильтрлы тәмәкеләрҙе бөтә ротаға бүлеп тараттыҡ. Мин армиянан ҡайтҡанда урамда 50 градустан һыуыҡ ине. Тышҡа сығып тартһаң өшөтә, өйҙә, мейес алдында, көйрәтергә атай-әсәйҙән оялдыра. Шулайтып, тәмәке тартыуҙы ташларға тура килде.
Яңыраҡ бер врачтың, тәүге дүрт аҙнаһын түҙһәң, ташларға мөмкин тигәнен уҡыным. Өс ай тешеңде ҡыҫып йөрөйһөң инде, тағы ярты йыл бик йыраҡта булһа ла, тәмәке еҫе сыҡһа, күңелде ҡытыҡлай. Ниңә мин үҙемде яфалап йөрөйөм инде тип, ҡул сигаретҡа тартыла.
Шулай, ир ҡорона ингәс әле тағы бер тапҡыр тартып ҡараным. Сабырлығым дүрт көнгә етте. Бишенсеһенә түҙеп булмай, тартҡы килә. Был алама ғәҙәттән ҡотолоу өсөн аҙна-ун көн ваҡыт уҙҙы. Был юлы ысын тартып ташлағандан да ҡыйын булды. Көндөҙ ҙә, төндә лә иҫтән китмәй тик тора. Организм никотин тәмен онотмай, икенсе юлы ташлауы беренсеһенән күпкә ҡыйыныраҡ тигән раҫлау менән тулыһынса килешәм.
Тартмағанға ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт уҙһа ла, мин күрмәгәндә тоҡандырып бирһәләр, бер-ике һурыуҙа, тәменә ҡарап, маркаһын әйтеп бирә алам. Ағыулы организм, дүрт тиҫтә йыл үтһә лә, онотмай, көтә.
Аҙ ғына тартып ҡарайым да ташлайым тигәндәргә әйтер һүҙем: ялған ләззәткә алданмағыҙ. Уға организм тиҙ өйрәнә, ташлауы бик ҡыйын. Әммә ташларға була! Тартмаҫҡа уйлаһағыҙ, бөгөндән ҡулығыҙға алмағыҙ. Тартмауҙың иң яҡшы яҡтарынан шуны әйтер инем: тешегеҙҙән, кейемегеҙҙән яман еҫ килмәҫ. Яратҡан ҡыҙығыҙ, ҡатынығыҙ, балаларығыҙға яҡын килеүе оят булмаҫ. Кеҫәгеҙҙә һәр ваҡыт аҡса ятыр. Былары айсбергтың өҫкө өлөшө генә, уның һаулыҡҡа кире йоғонтоһо - айырым тема…”
Читайте нас: