Конгэк
+16 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Май 2020, 18:56
Үҙизоляция режимы - ғәмәлдә
Башҡортостан медиктары һәм социаль хеҙмәткәрҙәр оло йәштәге граждандарҙың үҙизоляция режимын, хәүефһеҙлек сараларын һаҡлауын, йәмәғәт урындарында йөрөмәүен үтенә.
Башҡортостан медиктары һәм социаль хеҙмәткәрҙәр оло йәштәге граждандарҙың үҙизоляция режимын, хәүефһеҙлек сараларын һаҡлауын, йәмәғәт урындарында йөрөмәүен үтенә. Төбәктә ниндәйҙер йомшаҡлыҡ индерелһә лә, 65 йәштән өлкәндәргә, хроник сирлеләргә был ҡағылмай. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығында медицина ярҙамына мохтаждар, рецепт кәрәк булһа, контакт үҙәккә (13-01), айырым осраҡтарҙа 103 йәки БР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына 8(347) 286-58-27, 8(347) 279-91-20 телефондарына мөрәжәғәт итә ала. Врач йортоғоҙға килер йәки һеҙҙе махсус ваҡытҡа поликлиникаға саҡыртырҙар. Оло граждандар үҙизоляция осоронда даими йәшәгән урынында булмаһа, социаль ярҙамға, аҙыҡ-түлеккә мохтаж икән, берҙәм колл үҙәккә 8-800-201-89-03, йәки социаль ярҙам координация үҙәгенә 8-800-775-00-14 телефондары аша мәғлүмәт, ғариза ҡалдыра ала.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты