ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Июнь 2020, 20:07

Йоғошло сирҙәргә ҡаршы

Өфө районында яңы инфекция үҙәге төҙөлөшө тамамланды. Объектта эшләтеп ебәреү-көйләү эштәре бара һәм махсуслаштырылған медицина ҡорамалы, шул иҫәптән үҙ аллы елләтеүҙе сафҡа индерелә.

Өфө районында яңы инфекция үҙәге төҙөлөшө тамамланды. Объектта эшләтеп ебәреү-көйләү эштәре бара һәм махсуслаштырылған медицина ҡорамалы, шул иҫәптән үҙ аллы елләтеүҙе сафҡа индерелә.
Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко Башҡортостанда булды. Ул Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы филиалын асыуҙа ҡатнашты.
Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры республикаға сәфәре барышында һаулыҡ һаҡлау объекттары – республика онкология диспансеры, балалар клиник дауаханаһы һәм кардиоүҙәк - менән танышты, ирекмәндәр менән осрашты.
Шулай уҡ ул видеоконференцбәйләнеш режимында «COVID-19 яңы коронавирус инфекцияһы шарттарында онкологик сирлеләрҙе дауалау үҙенсәлектәре» ғәмәли конференцияһында сығыш яһаны.
Фото: https://rbsmi.ru/upload/iblock/0d2/0d22e95989986f4983f3bc9eab74ef6b.jpg
Читайте нас: