ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
10 Июнь 2020, 17:27

Медицина тикшереүе уҙғарыу кисектерелергә мөмкин

Илдә эш биреүселәр медицина тикшереүе уҙғарыуҙы кисектерергә мөмкин, тип хәбәр итә Хеҙмәт министрлығы. Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бойороғо үҙ көсөнә инде.

Илдә эш биреүселәр медицина тикшереүе уҙғарыуҙы кисектерергә мөмкин, тип хәбәр итә Хеҙмәт министрлығы. Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бойороғо үҙ көсөнә инде. Документҡа ярашлы, эш биреүсе юғары әҙерлек йәки ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән осраҡта медицина тикшереүен үткәреүҙе кисектерергә мөмкин, ләкин 6 айҙан артыҡҡа түгел. Шулай уҡ йомшартыуҙар ҙа бар. Аҙыҡ-түлек сәнәғәте, дөйөм туҡланыу, сауҙа, белем биреү тармағында эшләгәндәр өсөн тикшерелеү кисектерелмәй.
Башинформ мәғлүмәттәренә таянып әҙерләнде.
Фото Интернеттан.
Читайте нас: