Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Июль 2020, 19:39

Һаулыҡ - айыҡлыҡта

Башҡорт булмышы – сәләмәт тормош алып барыуҙа.Фото mir24.tv

Борон-борондан файҙалы ҡымыҙ ғына эсеп, тәбиғәт ҡосағында йәшәгән башҡорт халҡын һуңғы быуаттарҙа алкоголь менән ағыулау сәйәсәте маҡсатлы алып барыла. Үткән быуат аҙағында мәңгелек ҡиммәттәр юғалып, донъялар буталған осорҙа ярға сығарып ырғытҡан балыҡтай тойған эшһеҙ әзмәүерҙәй ир-егет, аҙашҡан йәш-елкенсәк ысынбарлыҡтан ҡасырға теләп, “йәшел йылан” арбауына бирелде. Тотош ауылдар эскелек һаҙлығына батты, алкоголиктарҙың йәше лә йылдан-йыл йәшәрҙе - үҫмерҙәр ҙә был тоҙаҡҡа эләкте.
Йәмғиәтте был аяныс хәлдән ҡотҡарырға теләп, "Һаулыҡ" милли проектын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында төрлө саралар тәҡдим ителде. 2019 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән республикала “Айыҡ ауыл-2019” конкурсы тергеҙелде. 18 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Айыҡ ауыл” конкурс еңеүселәрен бүләкләне. Ейәнсура, Баймаҡ, Асҡын райондары ауылдары тәүге өс урынға лайыҡ булды. Уларға республика Башлығының Рәхмәт хаты, Диплом һәм 500 мең һум, 250 һәм 150 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылды.
Интернет-конкурста еңеүсе лә сертификат алды. Конкурс финалына сыҡҡан ун ике ауыл Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломы һәм 25 мең һумлыҡ сертификат менән билдәләнде. Социаль селтәрҙәрҙә 20 әүҙем ҡатнашыусыға Башҡортостан Хөкүмәте дипломы һәм 10 мең һумлыҡ ҡиммәтле бүләк тапшырылды.
Ә төп һөҙөмтә– йөҙәрләгән тарҡалмай ҡалған бәхетле ғаилә, балалар, тормошҡа ашырылған ниәт-хыялдар, тиҫтәләгән төҙөкләндереләгән тораҡ пункт, асылған мөмкинлектәр. Иң мөһиме – кеше башҡаса йәшәргә өйрәнә. Өлгәшелгән уңыш ҡотҡарылған ғүмерҙәр менән иҫәпләнә.
Фото mir24.tv
Читайте нас: