Конгэк
-7 °С
Ҡар
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Июль 2020, 14:09
Һаулығыңды йәштән һаҡла
Яман ғәҙәттәрҙән ҡотолор өсөн йәштән уларҙан арыныу сараларын күрергә кәрәк, ә иң яҡшыһы башламау.Фото:eylistan.rbsmi.ru
Илдә халыҡтың сәләмәтлеген нығытыу, демографияны күтәреү өсөн "Һаулыҡ" милли проекты нигеҙендә яңынан-яңы программалар төҙөлә һәм тормошҡа ашырыла. Кеше сәләмәтлегенең ҡаҡшауына, иң беренсе, үҙе ғәйепле. Яман ғәҙәттәрҙән ҡотолор өсөн йәштән уларҙан арыныу сараларын күрергә кәрәк, ә иң яҡшыһы башламау. Шаярып ҡына башлаған тартыу, наркотик матдәләр, алкоголле эсемлектәр ҡулланыу эҙемтеләре аяныс...
Республикала старт алған “Айыҡ ауыл-2020” конкурсы ла милләтебеҙҙе ошо афәттәрҙән йолоп ҡалыу, сәләмәт быуын тәрбиәләү, ил киләсәген тәьмин итеү бурыстарын ҡуя. Үткән конкурс яҡшы күрһәткестәргә өлгәшергә булышлыҡ иткән: “йәшел йылан” һатыу нөктәләре юҡҡа сығарылған, ауыр ғаиләләр махсус контролгә алынған, тыуым артҡан, үлем, эшһеҙлек кәмегән. Быйыл да ошо йүнәлештә эш әүҙемләштерелә, сөнки сара республика халҡын яман ғәҙәттәрҙән арындырып, һауыҡтырыуға йүнәлтелгән.
“Айыҡ ауыл-2020” конкурсы уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителде, шарттар ҙа үҙгәртелде. Былтыр ғариза ҡабул иткәндә халыҡ һаны иҫәпкә алынмаһа, быйыл 4 төркөмгә бүленә: “эре” - 3 меңдән ашыу кеше йәшәһә, “ҙур” - 1 меңдән 3 меңгә, “уртаса” – 200-ҙән 1 меңгә тиклем, “бәләкәй” - 200-ҙән аҙыраҡ кеше иҫәпләнгәндә. Йомғаҡлағанда еңеүселәр 4 категория буйынса билдәләнәсәк.
“Айыҡ ауыл” конкурсының приз фондын 10 тапҡырға арттырыла. Конкурстың 5 еңеүсеһенә БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм БР Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты программаһына индергәндә өҫтөнлөк биреләсәк.
Фото:
eylistan.rbsmi.ru
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит