ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Июль 2020, 11:25

Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда 6386 COVID-19 осрағы теркәлгән

Һуңғы мәғлүмәт буйынса, Башҡортостанда 6 386 коронавирус инфекцияһы осрағы теркәлгән. Тәүлек эсендә төбәктә сирлеләр 38-гә артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф сайтында.

Башҡортостанда 6 386 коронавирус инфекцияһы осрағы теркәлгән. Тәүлек эсендә төбәктә сирлеләр 38-гә артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф сайтында.
6 386 кешенең 4 697-һе һауыҡҡан. Уларҙың 60-ы һуңғы тәүлектә һауығып сыҡҡан. Тәүлек эсендә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан вафат булыусылар юҡ.
Пандемия башланғандан алып илдә бөтәһе 783,3 меңдән ашыу COVID-19 йоҡтороу осрағы теркәлгән, уларҙың 562,4 меңгә яҡыны һауыҡҡан. 12,6 мең кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.
Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙә 5,9 мең тиерлек коронавирус инфекцияһы осрағы асыҡланған, 8,8 мең самаһы кеше һауыҡҡан, 153-ө вафат булған.
Читайте нас: