ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Июль 2020, 13:44

Вирус тажын һалырға уйламаймы?..

Карантин саралары бер аҙ йомшарғас, йәйҙең йәмле көндәрен файҙаланып ҡалырға тырышып иркенгә ынтылды. Ысынлап та, арытты был ябыҡ тормош, “Хуш, коронавирус” тип әйтке килә. Сир ҡағылмағандар ниндәйҙер азатлыҡ тойғанда ауырығандар һауығыуға өмөт менән вирусҡа ҡаршы көрәшә. Башҡортостандың өс дауаханаһында коронавирус буйынса карантин индерелгән, тип хәбәр итте Роспотребнадзор.Фото:B17.ru

"Һаулыҡ" милли проекты сиктәрендә коронавирусҡа ҡаршы көрәш киң йәйелдерелеп, эпидемиология хәле бер аҙ тотороҡланған кеүек ине.Халыҡ, айырыуса карантин саралары бер аҙ йомшарғас, йәйҙең йәмле көндәрен файҙаланып ҡалырға тырышып иркенгә ынтылды. Ысынлап та, арытты был ябыҡ тормош, “Хуш, коронавирус” тип әйтке килә. Сир ҡағылмағандар ниндәйҙер азатлыҡ тойғанда ауырығандар һауығыуға өмөт менән вирусҡа ҡаршы көрәшә.
CoVid-19 сире көндәлек тормошобоҙға инеп, әҙәм балаһы уның йәнәшә йәшәүенә күнегеп тә китте, буғай. Башта күңелдәргә шом һалған был афәткә кеше еңел ҡарарға өйрәнде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бар донъяны үҙ ҡурайына бейеткән вирус сигенергә уйламай, ахырыһы. Башҡортостанда коронавирус эпидемияһы башланғандан алып 6 463 сирле теркәлгән. 22 июлгә республикала бер тәүлектә сирлеләр һаны 40-ҡа, 23 июлдә 37-гә артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф сайтында. Коронавирус менән ауырыған 6 463 кешенең 4 775-е һауыҡҡан. Һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһынан вафат булыусылар теркәлмәгән, уларҙың дөйөм һаны 21-гә еткән.
Ә Рәсәйҙә бөтәһе 795 меңдән ашыу сирле асыҡланған, уларҙың 5,8 меңе - һуңғы тәүлектә. 580 меңдән күберәк кеше һауыҡҡан. Эпидемия башланғандан алып илдә бөтәһе 12,9 мең сирле донъя ҡуйған, уларҙың 147-һе – һуңғы тәүлектә.
Фото:B17.ru
Читайте нас: