ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Июль 2020, 02:32

Хоспис төҙөү - заман талабы

Башҡортостанда ғүмерлек ауыр сиргә тарығандар өсөн медицина-социаль учреждение, йәғни махсус хәстәхана төҙөлә.

Башҡортостанда ғүмерлек ауыр сиргә тарығандар өсөн медицина-социаль учреждение төҙөү - өлгөргән мәсьәлә.
Республикабыҙ өсөн мөһим объектты 2,37 гектар майҙандағы участкала төҙөйәсәктәр. Ул баш ҡаланың көньяҡ өлөшөндә, “Мега” сауҙа үҙәге артында, урынлашҡан. Хоспистың маҡсаты – оло һәм кесе йәштәге дауалап булмаған сирлеләргә паллиатив ярҙам күрһәтеү. Проект буйынса ул өс корпустан торасаҡ: бәләкәй һәм оло йәштәге сирлеләр өсөн бүлексәләр, хакимиәт-медицина блогы. Объект 60 урынлыҡ, шул иҫәптән оло йәштәгеләр өсөн – 40, кесе йәштәге пациенттар өсөн 20 урын ҡаралған. Һәр блокта ял урындарын булдырыу планлаштырыла. Балалар бүлексәһендә уйын майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө хосписы төҙөлөшөнә әҙерлек барышын ҡараны.
Башҡортостан Башлығы “Ышаныс” хоспистарға ярҙам фондын ойошторған Нюта Федермессер менән осрашыуҙан һуң, Өфөлә хоспис төҙөргә ҡушҡайны. Былтыр августа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хоспис төҙөү идеяһын хуплау һәм хәлдән килгәнсә финанс ярҙамы күрһәтеү хаҡында мөрәжәғәт иткәйне. Төбәк етәксеһенең саҡырыуына республикала йәшәүселәр ҙә, эшҡыуарҙар ҙа ҡушылған. Һөҙөмтәлә 18 миллион һумға яҡын аҡса йыйылған.
“Өфө ҡалаһының инвестиция-төҙөлөш комитетының махсуслашҡан төҙөүсеһе” подряд ойошмаһы генераль директоры һүҙҙәренә ҡарағанда, бинаны күтәреү буйынса проект-тикшереү эштәре тамамлана. Төҙөүселәр объект өсөн майҙанды ла әҙерләй.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Өфө районындағы яңы клиник-диагностика инфекция үҙәкте төҙөү барышында тупланған тәжрибәне файҙаланырға саҡырҙы. Айырып әйткәндә, Радий Хәбиров проектта хеҙмәткәрҙәр өсөн ятаҡ урыны ҡаралыуын хәбәр итте.
Читайте нас: