ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Июль 2020, 21:22

Нисә кеше?

Битлек, бирсәткә - мәғәнәһеҙ атрибут тигәндәр бик яңылыша. Дөрөҫ, иммунитетты нығытыу зарур, шулай уҡ, бик уңайлы булмаһа ла, битлекте лә сисергә ашығырға ярамай.

Йәмәғәт урындарында, халыҡ күп булған ерҙәрҙә бик йөрөмәҫкә кәрәк. Төрлө аралашыуҙарҙы сикләү мотлаҡ. Башта ололар, сәләмәтлеге ҡаҡшағандар ғына ауырый тигән фараз да дөрөҫ түгел, факттарға ҡарағанда вирус йәшен дә, ҡартын да - үлемесле сир бер кемде лә аямай.

28 июлгә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 6640 коронавирус инфекцияһы теркәлгән. Һуңғы тәүлектә COVID-19 йоҡтороусылар һаны 33-кә артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.

Коронавирустан вафат булғандар һаны тәүлек эсендә үҙгәрмәгән һәм элеккесә 22 кеше тәшкил итә.
Оператив штаб мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта актив сирлеләр һаны 1655 пациент тәшкил итә. Ошо осорҙа республикала бөтәһе 4964 кеше һауыҡҡан.
Битлек, бирсәткә - мәғәнәһеҙ атрибут тигәндәр бик яңылыша. Дөрөҫ, иммунитетты нығытыу зарур, шулай уҡ, бик уңайлы булмаһа ла, битлекте лә сисергә ашығырға ярамай.
Читайте нас: