Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Июль 2020, 19:48

Пневмониянан вакцина

Республикала 21 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән хеҙмәткә саҡырылыусылар һәм 60 йәштән өлкәндәр пневмониянан прививка алды. Биш тапҡырға артығыраҡ вакцина һатып алынды.

Ниндәйҙер ауырыуға ҡаршы вакцина әҙерләү оҙаҡ ваҡыт талап итә - 3-тән 5 йылға тиклем. Коронавирус хәүефен иҫәпкә алып, барыһы ла икенсе тулҡынға тиклем сараһын табырға тырыша, әммә әлегә тиклем бер илдә лә бындай ҡатмарлы штамм менән осрашырға тура килмәгән.

Быйыл республика пневмония инфекцияһынан вакцина һатып алыуҙы биш тапҡырға арттырҙы: федераль бюджет иҫәбенә бер йәшкә тиклемге 43 800 балаға һәм 40 500 сабыйға ҡабаттан вакцина һалыу өсөн 95 600 доза һатып алынды. «Эпидемиологтар менән кәңәшләшеп, республикала дауахананан тыш пневмониянан өҙлөгөү сәбәпле үлем осраҡтарын кәметеү өсөн тиҙ бирешеүсән төркөмдәр араһында ныҡлы иммунитет булдырырға ҡарар иттек, — тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. - Артабан да оло быуынды ошо хәүефле инфекциянан тулыһынса яҡлау өсөн вакцинация темпын шул уҡ кимәлдә һаҡларбыҙ. Тикшеренеүҙәр раҫлауынса, өлкәндәрҙә пневмококтан иммунитет биш йылдан ашыу һаҡлана».

Республика өлкән йәштәгеләрҙә иммунитет булдырыуҙы 15 авгусҡа тиклем тамамларға ниәтләй. Бөтәһе 40 мең кешегә прививка яһау күҙаллана. Был күрһәткес былтырғынан дүрт тапҡырға күберәк. Башҡортостанда үпкә сирле 60 йәштән өлкән 68 989 кеше медицина ойошмаларында иҫәптә тора. Ҡалған 18 989 кешегә прививка эшләү 2021 йылға планлаштырыла. Шулай уҡ башҡа хәүеф төркөмдәре өсөн пневмококк вакцинаһын һатып алыу күҙаллана.
Рәсәйҙә инфекцияға ҡаршы фәндәр академияһы белгестәре етди эш алып бара - бер нисә препаратҡа һынау үткәрелә. Ләкин артабан вирус ниндәй ҡиәфәткә инер – быны бер кем дә әйтә алмай. Шуға күрә дөйөм кешелек тиҙерәк коллектив иммунитет булдыра алһа, ғәҙәти тормошҡа ҡайтыу мөмкинлеге лә тыуа, тиҙәр белгестәр.
Читайте нас: