ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Июль 2020, 15:45

Эпидемия ғәҙәттән тыш хәлгә индерелде

Хәүефле сир таралыуы ғәҙәттән тыш хәл төшөнсәһенә индерелде. Башҡортостанда «Халыҡты һәм биләмәне тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау тураһында» республика законына төҙәтмәләр көсөнә инде. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вәкилдәре хәүефле сирҙең таралыуын ғәҙәттән тыш хәл төшөнсәһенә индерҙе.Үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары Роза Солтангирова пандемия буйынса урындағы хәлгә аңлатма бирҙе.

Башҡортостанда «Халыҡты һәм биләмәне тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау тураһында» республика законына төҙәтмәләр көсөнә инде. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вәкилдәре хәүефле сирҙең таралыуын ғәҙәттән тыш хәл төшөнсәһенә индерҙе.
Үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары Роза Солтангирова пандемия буйынса урындағы хәлгә аңлатма бирҙе.
- Ҡануниәттә ошондай күләмдәге эпидемия барлыҡҡа килгән осраҡта эш итеүҙәр ҡаралмағайны. Юғары әҙерлек йәки ғәҙәттән тыш хәл тәртибен индергәндә республика биләмәһендә бөтә граждандар һәм ойошмалар үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен үтәргә бурыслы. Районда дөйөм алғанда хәл яҡшы тип булмаһа ла, тотороҡланды. Дауаханала махсус 86 урын әҙерләнгән. Ҡырҡтан ашыу сирлелә рәсми корановирус раҫланған, күпселеге тулыһынса һауыҡты.
Ауырыуҙың бер ниндәй билдәһеҙ үткән төрө лә бар. Сирҙең бындай күренеше кеше организмының үҙенсәлеге менән аңлатыла. Вирус тын алыу юлдарын зарарлауы менән билдәле. Ул күҙҙәрҙең, танауҙың, ауыҙҙың лайлалы ҡатламы аша үтеп инә. Шулай уҡ организмға эләккәс, ҡан ойоу системаһына йоғонто яһай, шул сәбәпле организмдың барлыҡ ағзаларында патология үҙгәрештәре барлыҡҡа килтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был вирус уйҙырма түгел һәм шуға күрә уға етди ҡарарға кәрәк.
Битлек, бирсәткә - мәғәнәһеҙ атрибут тигәндәр бик яңылыша. Дөрөҫ, иммунитетты нығытыу зарур, шулай уҡ, бик уңайлы булмаһа ла, битлекте лә сисергә ашығырға ярамай. Йәмәғәт урындарында, халыҡ күп булған ерҙәрҙә бик йөрөмәҫкә тырышығыҙ. Төрлө аралашыуҙарҙы сикләү мотлаҡ.
Фото:Amp.fakty.ua
Читайте нас: