ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Август 2020, 00:28

Өлкән быуынды вакцинациялау

Социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһында йәшәгән һәм вакцинация эшләнергә тейешле категорияға ҡараған кешеләр өсөн финанс саралары Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан "Өлкән быуын" граждандарҙы системалы хәстәрләү һәм уларҙың тормош сифатын күтәреү программаһына ярашлы, федераль саралар ҡаҙна-ара башҡа төрлө трансферттар ярҙамында күсерелгән, шулай уҡ "Демография" милли проекты сиктәрендә федераль ҡаҙна иҫәбенә "Превенар®13" вакцинаһы һатып алынған.

Пневмококк инфекцияһына ҡаршы вакцина иҫкәртеү прививкаларының милли календарына индерелгән.Социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһында йәшәгән һәм вакцинация эшләнергә тейешле категорияға ҡараған кешеләр өсөн финанс саралары Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан "Өлкән быуын" граждандарҙы системалы хәстәрләү һәм уларҙың тормош сифатын күтәреү программаһына ярашлы, федераль саралар ҡаҙна-ара башҡа төрлө трансферттар ярҙамында күсерелгән, шулай уҡ "Демография" милли проекты сиктәрендә федераль ҡаҙна иҫәбенә 20 000 доза "Пневмовакс®23" вакцинаһына, ә 20 525 дозаһы "Превенар®13" вакцинаһына тура килә.
Эпидемик күрһәткестәргә ярашлы, Рәсәй субъекты ҡаҙнаһы иҫәбенә пневмококка ҡаршы вакцина 2-5 йәшлек балаларға, хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарға, 60 йәштән өлкәндәргә, социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларында йәшәгән, хроник үпкә сире булғандарға, йәғни хәүеф төркөмөнә ҡараған өлкәндәргә яһала. План буйынса 2020 йылда пневмококк инфекцияһына ҡаршы вакцинация 93 800 кешегә, шул иҫәптән 43 800 балаға үткәрелергә тейеш. Медицина ойошмалары вакцина менән тулы күләмдә тәьмин ителгән.
Өлкән йәштәгеләргә килгәндә, "Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау" дәүләт программаһы сиктәрендә, республика ҡаҙнаһынан бүленгән сараларға пневмококк инфекцияһына ҡаршы прививка эшләү өсөн 40 525 доза вакцина һатып алынған. Шул иҫәптән, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар өсөн - 10 000 доза; үпкә сирҙәренән яфаланған 60 йәштән өлкәндәр өсөн - 30 525 доза. Әлеге ваҡытта яҙғы хәрби саҡырылыш үтте, ә өлкән йәштәгеләрҙе вакцинациялауҙы 15 авгусҡа тиклем тамамлау планлаштырыла.
Читайте нас: