ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Август 2020, 19:47

Ғүмерҙәр оҙон булһын

Коронавирусҡа ҡаршы тороуҙа иң һөҙөмтәле сара - иммунитетты нығытыу, шулай уҡ вакцинациялау. Яңы вирусҡа ҡаршы вакцинаны беренселәрҙән булып Рәсәй ғалимдары теркәне. Уның ышаныслы булыуын дәлилләп, Владимир Путин ҡыҙының яһатыуын хәбәр итте һәм уның үҙен яҡшы тойоуын белдерҙе. Ә әлегә хәүеф төркөмөнә ҡарағандарға иҫкәртеү прививкаларының милли календарына индерелгән пневмококк инфекцияһына ҡаршы вакцина индерелә. Эпидемиология врачы ярҙамсыһы Шәүрә Әбдрәшитова белдереүенсә, "Демография" милли проекты сиктәрендә Мәләүез үҙәк район дауаханаһында бөгөнгә 60 йәштән өлкән хроник үпкә сире менән ауырыған 680 кеше вакцинацияланған.

Ә әлегә хәүеф төркөмөнә ҡарағандарға иҫкәртеү прививкаларының милли календарына индерелгән пневмококк инфекцияһына ҡаршы вакцина индерелә. "Демография" милли проекты сиктәрендә федераль ҡаҙна иҫәбенә республикала "Пневмовакс®23" һәм "Превенар®13" вакцинаһы алынған. Эпидемик күрһәткестәргә ярашлы, ул 2-5 йәшлек балаларға, хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарға, 60 йәштән өлкәндәргә, социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларында йәшәгән, хроник үпкә сире булғандарға, йәғни хәүеф төркөмөнә ҡарағандарға яһала. План буйынса 2020 йылда пневмококк инфекцияһына ҡаршы вакцинация 93 800 кешегә, шул иҫәптән 43 800 балаға үткәрелергә тейеш. Медицина ойошмалары вакцина менән тулы күләмдә тәьмин ителгән.
Мәләүез үҙәк район дауаханаһына 680 доза йүнәлтелгән. Хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарға айырым 141 доза алынған. Эпидемиология врачы ярҙамсыһы Шәүрә Әбдрәшитова белдереүенсә, был үткән йылға ҡарағанда бер нисә тапҡырға күберәк һәм бөгөнгә 60 йәштән өлкән хроник үпкә сире менән ауырыған 680 кеше вакцинацияланған.
Читайте нас: