ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Август 2020, 16:15

Халыҡ һаулығы һағында

Мәләүез районы быйыл үҙенең 90 йыллығын билдәләй. Матур юбилейҙы имен һәм тыныс шарттарҙа күп милләтле халыҡтар дуҫлығы рухында ҡаршылар өсөн мәләүездәр бөтә көсөн һала. Тотош республика менән бергә төбәгебеҙ социаль-иҡтисади һәм сәйәси үҙгәрештәр юлынан тотороҡло бара.Туҡһандан ашыу ауылы булған райондың йылдан-йыл үҙгәреүендә сәнәғәт, ауыл хужалығы предприятиелары, ойошмалар, учреждениелар етәкселәренең , хеҙмәтсәндәрҙең, эшҡыуарҙарҙың, йәштәрҙең, бында йәшәгән халыҡтың роле бик ҙур. Шуға ла төбәк үҙенең иҫтәлекле юбилейын мөһим күрһәткестәр менән ҡаршылай. Һәр тораҡ пунктта заманса йорттар ҡалҡа, ихаталар, юлдар төҙөкләндерелә, яңы биҫтәләр, урамдар барлыҡҡа килә. Федераль һәм республика программаларында әүҙем ҡатнашыу һөҙөмтәһендә социаль-мәҙәни объекттар төҙөлә, үҙгәртеп ҡорола, капиталь ремонтлана.

Халыҡ һаулығы һағында
Халыҡ һаулығын һәм ғүмерен һаҡлау, тыуымды күтәреү – район хакимиәте етәкселегенең төп маҡсаттарының береһе. Дауалау учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға, медицина объекттарының заманса талаптарға яуап биреүенә ҙур иғтибар бирелә. Был тәңгәлдә һуңғы биш йылда үҙәк район дауаханаһында етди эштәр башҡарылды. 2015 йылда терапия корпусы ҡыйығы яңыртып ябылды, балалар, өлкәндәр, стоматология поликлиникаларына, 21 фельдшер-акушерлыҡ пунктына янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡорамалдар ҡуйылды. Өлкәндәр поликлиникаһы төҙөкләндерелде, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә пандустар урынлаштырылды. 6 миллион һумдан ашыуға ҡорамалдар, шул иҫәптән үпкәне яһалма елләтеү аппараты, дезинфекциялау камераһы, колькоскоп һәм башҡалар һатып алынды. Паллиатив ярҙам, гемодиализ бүлексәләре асылды.
Һуңғы йылдарҙа Нөгөш, Бельский, Воскресенскиҙа медицина объекттары яңыртылды. “Ауыл докторы” программаһы буйынса 8 врач эшкә урынлашты. Урындағы бюджет иҫәбенә үҙәк район дауаханаһында эшләгән 5 доктор фатирлы булды. 30 урынлыҡ психотерапия бүлексәһе эш башланы.
Өс йыл элек “Асыҡ регистратура” проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә өлкәндәр поликлиникаһында яңыртылған регистратура асылды.
Дөйөм алғанда, һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү маҡсатында йыл һайын мөһим эштәр башҡарыла. “Матди-техник базаны нығытыу буйынса юл картаһы” программаһы сиктәрендә үҙәк район дауаханаһы бүлексәләрендә 7 миллион 300 мең һумлыҡ капиталь ремонт үтте. 27 йәш белгес эшкә килде. “Ашығыс ярҙам” бүлексәһе автопаркы йылдан-йыл яңыртыла, арта.
Былтыр “Балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү” милли проектына ярашлы, балалар поликлиникаһы һәм бала табыу йорто 29 миллион һумға капиталь ремонтланды. Терапия бүлексәһендә һәм өлкәндәр поликлиникаһында лифт алмаштырылды. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Самойловка һәм Нордовка ауылдарында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары урынлаштырылды.
“Үргә ос!” мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” программаһы буйынса 8-се мәктәптә балалар стоматология кабинеты асылды. Һаулыҡ һаҡлау системаһына 19 врач, 35 урта һөнәри медицина хеҙмәткәре эшкә килде. Әлеге ваҡытта Ужа ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү бара. Поликлиникаға һанлы флюорограф һәм рентгендиагностика аппараты алынды. Коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефен иҫкәртеү маҡсатында ҡыҫҡа ваҡытта 86 койка-урынлыҡ госпиталь төҙөкләндерелде.
Читайте нас: