ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Сентябрь 2020, 11:40

Ҡарбуҙҙың файҙалы икәнлеген беләбеҙ. Ә көнөнә уны күпме ашарға мөмкин?

Ҡарбуҙ фосфор, цинк, тимер, натрий, калий кальций, кремнийға һәм В6, В5, бета-каротин һәм С витаминына бай. Шулай уҡ унда аминокислота күп. Һау кеше өсөн уның зыяны юҡ, әммә бөйөр етешмәүсәнлеге күҙәтелгәндәргә һаҡ булырға кәрәк.

Ҡарбуҙҙың файҙалы икәнлеген беләбеҙ. Ә көнөнә уны күпме ашарға мөмкин?
Г. Ғиләжева.
Медицина фәндәре кандидаты, врач-уролог Роман Шульгин яуап бирә:
-Сәләмәт кешегә 0,5-1 килограмм ашарға ярай. Ҡарбуҙ фосфор, цинк, тимер, натрий, калий кальций, кремнийға һәм В6, В5, бета-каротин һәм С витаминына бай. Шулай уҡ унда аминокислота күп. Һау кеше өсөн уның зыяны юҡ, әммә бөйөр етешмәүсәнлеге күҙәтелгәндәргә һаҡ булырға кәрәк. Һыуҙың тейешле кимәлдә организмдан сыҡмауы сәбәпле, ҡан баҫымы күтәрелә, шешендерә. Бынан тыш, ҡарбуҙҙа ябай углевод күп, ул ашҡаҙан аҫты биҙенә кире тәьҫир итә, күпләп үт бүленеүенә сәбәпсе. Быларҙың бөтәһе лә хроник сирҙәрҙе уятырға мөмкин.
Читайте нас: