ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Сентябрь 2020, 11:40

Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк

Заманса талаптарға яуап биргән Нордовка модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты янында ике көн буйы йәнлелек күҙәтелде: унда ауыл халҡы сират тороп медицина тикшереүе үтте. Ауыл ФАП-ы өлкән медсестраһы Люция Үтәшева әйтеүенсә, нордовкалар үҙ һаулығына иғтибарлы, был тәңгәлдә бигерәк тә өлкән йәштәгеләр айырыла. Күсмә врачтар ҡабул итеү быны тағы бер тапҡыр дәлилләне.

Билдәле булыуынса, социаль әһәмиәтле ауырыуҙарҙы алдан асыҡлау, йөрәк-ҡан тамырҙары, яман шеш сирҙәрен иҫкәртеү маҡсатында 14-нән 18 сентябргә тиклем районда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы бара.
Һаулыҡ һаҡлау сараһы сиктәрендә график буйынса ауылдарҙа, атап әйткәндә, Корнеевкала, Нордовкала врачтарҙың күсмә бригадаһы халыҡты ҡабул итте. Сәләмәтлек маршруты бөгөн Богородскиҙа эшләй. Күсмә бригада составында флюорограф, маммограф терапевт, хирург, акушер-гинеколог, онколог, балалар һәм өлкәндәр неврологы, кардиолог, эндокринолог, офтальмолог, педиатр эшләй. Унда шулай уҡ шәкәргә һәм холестеринға анализ бирергә, ультратауыш тикшереүе үтергә, прививка, шул иҫәптән киҙеүгә ҡаршы вакцина һалдырырға мөмкин.
Һаулығын тикшертергә килгән Петр Якубо “Сәләмәтлек поезы” эше менән бик ҡәнәғәт. “Белгестәрҙең төпкөл ауылдарға килеп, оло йәштәгеләрҙең һаулығын хәстәрләп йөрөүе бик яҡшы, сөнки күп осраҡта өлкәндәр балаларына мәшәҡәт һалмаҫ өсөн үҙәк район дауаханаһына йөрөмәй. Форсаттан файҙаланып, үҙебеҙҙең фельдшер-акушерлыҡ пункты хеҙмәткәрҙәренә лә рәхмәт әйткем килә. Улар олоһона, йәшенә ҡарамай, һәр кемгә иғтибарлы”, - ти ул.
Медицина тикшереүе, анализдар һөҙөмтәләренән сығып, һәр кемгә күрһәтмәләр биреләсәк.
Читайте нас: