ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Октябрь 2020, 17:58

Сит илдән ҡайтҡас тикшерелеү мотлаҡ

Ялдан алған күңелле тәьҫораттарҙы штраф боҙмаһын, тиһәң

Быйыл Көҙһылыу Башҡортостанда йәшәгәндәрҙе лә йылы көндәре менән һөйөндөрә. Әбейҙәр сыуағы һуҙылыуы тәбиғәткә сығып кинәнеп ял итеү, көҙгө хозурлыҡҡа һоҡланыу, бәшмәк йыйыу мөмкинлеге бирә. Әммә халыҡ "бәрхәт миҙгелен" сит илдә диңгеҙ ярында уҙғарырға ашҡына. Яҡшы, әлбиттә, тик ялдан ҡайтҡас, дауаханаға барырға онотмағыҙ, бәлки "таж" кейеп ҡайтҡанһығыҙҙыр. Роспотребнадзор ҡағиҙәләренә ярашлы, өс көн эсендә коронавирусҡа тикшерелеп, һөҙөмтәһен Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталына һалырға кәрәк. Кире осраҡта ялда йоҡарған кеҫәгеҙҙең бөтөнләй бушап ҡалыуы ихтимал.

Республика судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Төркиәлә ял итеп ҡайтҡан ханым коронавирусҡа тест тапшырырға онотҡан һәм штраф түләгән. Ул быны анализды аҙағыраҡ тапшырырға теләүе менән аңлатҡан, өҫтәүенә ул сайтта теркәлә алмаған. Ләкин ҡануниәттә ундай иҫкәрмә юҡ, һәм суд закон боҙған ханыма 15 мең һум штраф тәғәйенләгән.
Читайте нас: