ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Октябрь 2020, 13:06

Һаҡлыҡ сараларын күреү зарур

Роспотребнадзор баш белгес-эксперты Фәнис Кәримов, полиция лейтенанты Динар Йосопов, хеҙмәт һағы буйынса төп белгес Руслан Хисамов, сауҙа, эшҡыуарлыҡ, баҙар ҡулланыусылары һәм туризм буйынса мөдир Йәдгәр Шәрәфетдинов, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашлығында ҡалала һаҡланыу тәртибе талаптарын тикшереү маҡсатында рейд уҙғарылды.

Роспотребнадзор баш белгес-эксперты Фәнис Кәримов, полиция лейтенанты Динар Йосопов, хеҙмәт һағы буйынса төп белгес Руслан Хисамов, сауҙа, эшҡыуарлыҡ, баҙар ҡулланыусылары һәм туризм буйынса мөдир Йәдгәр Шәрәфетдинов, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашлығында ҡалала һаҡланыу тәртибе талаптарын тикшереү маҡсатында рейд уҙғарылды. “Планета”, “Галактика”, “Пятерочка”, “Долина” магазиндары, һөт-консерва комбинаты, “Газпром” газ бүлеү филиалы, район электр селтәрҙәре тикшерелде. Профилактика сараһы барышында хеҙмәткәрҙәрҙең температураһын үлсәү өсөн термометрҙар, битлек булыуы, дистанция һаҡлау, ике сәғәт һайын бүлмәләрҙе дезинфекциялау һәм журнал алып барылыуы ҡаралды. Эш режимына ингән яңы тәртип сәләмәтлекте, үҙеңде һәм яҡындарыңды хәүефтән һаҡлау мөмкинлеге бирә. Тикшерелгән объекттарҙа асыҡланған етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөү талабы ҡуйылды. Ҡағиҙәләрҙе инҡар итеүселәргә суд ҡарары буйынса шраф һалыныуы ла ихтимал.
Пневмония вирусы артҡандан-арта, шуға күрә битлек-бирсәткә кейеү, санитария-гигиена ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәргә тырышығыҙ. Халыҡ күп тупланған ерҙән ситтәрәк йөрөү хәйерле, шулай уҡ дистанция һаҡлау тураһында ла онотмаһаҡ ине.
Читайте нас: