ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Октябрь 2020, 18:55

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ

COVID-19 тыуҙырған сирҙең билдәләре ниндәй? Киҙеү менән уның араһында айырма бармы? Район-ҡаланың эпидемиология хәле нисек? Коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу юлдары бармы? Ошо һорауҙар менән үҙәк район дауаханаһы врач-эпидемиологы Наил ЯМАНҺАРИНҒА мөрәжәғәт иттек.

COVID-19 тыуҙырған сирҙең билдәләре ниндәй? Киҙеү менән уның араһында айырма бармы? Район-ҡаланың эпидемиология хәле нисек? Коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу юлдары бармы? Ошо һорауҙар менән үҙәк район дауаханаһы врач-эпидемиологы Наил ЯМАНҺАРИНҒА мөрәжәғәт иттек.
-Яңы вирустың төп билдәләренә юғары температура, тын алыу ауырлашыуы, хәлһеҙлек, тамаҡ ауыртыу, ҡоро йүтәл инә. Мәғлүм булыуынса, ул киҫкен респиратор ауырыуҙарына, грипҡа, хатта ябай һыуыҡ тейеүгә оҡшаш. Әммә генетик яҡтан улар араһында айырма ҙур. Мәҫәлән, грипп вирусы тиҙ үрсей, йәғни ауырыу билдәһе йоҡторғандан һуң бер нисә көндә барлыҡҡа килә. Башҡа респиратор вирустар кеүек коронавирус сирле кеше йүткергәндә, сөскөргәндә барлыҡҡа килгән тамсылар аша йоға. Шулай уҡ сирле кеше тотҡан әйберҙәр, мәҫәлән, ишек тотҡаһы аша күсергә мөмкин. Уларҙы тотҡандан һуң танау, ауыҙ, күҙенә ҡағылып, кеше үҙенә йоҡтора. Вирус менән теләһә ниндәй йәштәге кешеләрҙең зарарланыуы ихтимал. Шулай ҙа башҡа вируслы респиратор сирҙәр осрағында кеүек үк айырыуса 65 йәштән өлкәндәр, хроник сирлеләр, иммун системаһы көсһөҙләнгән кешеләр хәүеф төркөмөнә инә. Район-ҡаланың эпидемиология хәле яҙғы осор менән сағыштырғанда бер аҙ юғары. Әммә һәр кем түбәндәге ябай ғына санитария һәм гигиена талаптарын үтәһә, уның таралыуын иҫкәртергә була:
-кеше күпләп йөрөгән урындарҙа, йәмәғәт транспортында айырыуса һаҡ булығыҙ;
-битлек, бирсәткә кейегеҙ, социаль дистанция һаҡлағыҙ;
-ҡулығыҙҙы йышыраҡ һабынлап йыуығыҙ, дезинфекциялаусы сараларҙы ҡулланығыҙ;
-үҙегеҙ менән бер тапҡыр ҡулланыла торған салфетка йөрөтөгөҙ, йүткергәндә, сөскөргәндә ауыҙ-танауығыҙҙы ҡаплағыҙ;
-ҡул биреп күрешеүҙән, ҡосаҡлашыуҙан тыйылығыҙ;
-бүлмәгеҙҙе йышыраҡ елләтегеҙ, эш урынында компьютер клавиатураһын, ишек тотҡаһын, пульттарҙы дезинфекциялаусы саралар менән йышыраҡ эшкәртегеҙ. Шулай уҡ вирусҡа ҡаршы препараттар ҡабул итегеҙ, күберәк йәшелсә-емеш ашағыҙ. Урамға ас ҡарынға сыҡмағыҙ.
Читайте нас: