ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Октябрь 2020, 16:55

Көлөүҙең дауалау көсө

Израилдә бик ҡыҙыҡлы тикшереү үткәргәндәр. Пациенттан бер тамсы ҡан алғандар ҙа экранға сығарғандар. Һөҙөмтәлә ғалимдар ғәжәйеп күренешкә осрай. Сит бактериялар яй ғына хәрәкәт итә, ә ҡан таҙалығы өсөн көрәшкән, сит матдәләрҙе юҡ итергә тейешле макрофагтар, йәғни санитар-дезинфектор бурысын үтәгән күҙәнәктәр нисектер йоҡоло, ғәмһеҙ күренә. Ә теге бактериялар, бульвар буйлап ял итеп йөрөгән кешеләр һымаҡ, рәхәтләнеп йөрөй, макрофагтар иһә уларҙы бөтөнләй иғтибар итмәй...

Бөгөн бөтә донъяны COVID-19 коронавирус пандемияһы баҫып алды. Республикала ла көндән-көн уны йоҡтороусылар һаны арта, статистика үҙгәрә, яңыра. Интернетта ҡурҡыныс сир һәм уның ҡорбандары, уны иҫкәртеү һәм һаҡланыу саралары хаҡында ла мәғлүмәт күбәйҙе. Вирусҡа ҡаршы махсус препараттарҙан тыш, дауаланыуҙың халыҡ ысулдарын тәҡдим итеүселәр ҙә күп. Кемдер һарымһаҡ, һуған һәм бал төнәтмәһен эсеп йүнәлгән, икенселәр прополис һалынған спирт ҡатнашмаһын ҡабул иткән. Өсөнсөләр көнөнә 50 грамм араҡы йәки шарап эсергә кәңәш итә. Күптән түгел Интернетта шундай мәғлүмәткә юлыҡтым һәм бик ҡыҙыҡлы тип таптым уны.
Израилдә бик ҡыҙыҡлы тикшереү үткәргәндәр. Пациенттан бер тамсы ҡан алғандар ҙа экранға сығарғандар. Һөҙөмтәлә ғалимдар ғәжәйеп күренешкә осрай. Сит бактериялар яй ғына хәрәкәт итә, ә ҡан таҙалығы өсөн көрәшкән, сит матдәләрҙе юҡ итергә тейешле макрофагтар, йәғни санитар-дезинфектор бурысын үтәгән күҙәнәктәр нисектер йоҡоло, ғәмһеҙ күренә. Ә теге бактериялар, бульвар буйлап ял итеп йөрөгән кешеләр һымаҡ, рәхәтләнеп йөрөй, макрофагтар иһә уларҙы бөтөнләй иғтибар итмәй...
Бына шул ваҡыт тикшерелеүсе пациентҡа көлкөлө фильм тоҡандыралар. Билдәле инде, уның кәйефе күтәрелә. Артабан ғалимдар шуға шаһит була: макрофаг ҡапыл уяна ла үҙенең төп бурысын үтәргә тотона: бактериялар янына килә лә, аппетит менән уларҙы ашай башлай.
Туҡлана торған ваҡыты етте тип уйларға ла урын бар, әммә эш унда ғына булмай сыға. Аң һәм кәүҙә бәйләнеше хаҡында күптән фекер алышыу бара һәм уға дәлилдәр бик күп. Был тикшеренеү ҙә шуны асыҡлай: кешенең кәйефе иммунитетты һаҡлаусы күҙәнәктәргә ныҡ тәьҫир итә. Бынан тыш, тағы ла бик мөһим нәмәне билдәләп үтергә кәрәк: ҡан тамсыһы уның эйәһенән айырылып алынды һәм уның хужаһы икенсе бүлмәлә ултыра. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уның кәйефе ни рәүешлелер ҡан тамсыһына ла йоғонто яһаны. Тимәк, аңдағы нәмәләр объектҡа йоғонто яһарҙай ниндәйҙер мәғлүмәти каналдар бар тигән һығымтаға килергә мөмкин.
Был тикшеренеүҙең икенсе яғы ла бар. Пациентҡа ҡурҡыныс фильмдан өҙөк күрһәткән ваҡытта ҡан тамсыһында икенсе күренеш алға сыға: бында бактериялар әүҙемләшә! Улар ҡапыл хәрәкәткә килә, нисектер арталар, үрсейҙәр һәм үҙҙәрен хужаларса тота, макрофагтарға һөжүм итә башлай. Ә тегеләре, киреһенсә, төрлө яҡҡа ҡаса, йәшенә, сигенә. Өлгөргәндәре, әлбиттә.
Тикшеренеүҙең принцибы аңлашылалыр инде: аңыбыҙ торошо - беҙҙең эске экологиябыҙҙы, йәғни күңелебеҙҙе таҙа тотоу өсөн төп фактор. Ҡаныбыҙҙағы күҙәнәктәрҙең таҙалығы уйыбыҙға бәйле булып сыға. Үҙебеҙҙекенә генә түгел. Беҙҙең балаларыбыҙ, туғандарыбыҙ – шулай уҡ бер ҡандан бит. Тимәк, беҙҙең кәйефебеҙ ҡайҙа ғына булһалар ҙа балаларыбыҙға ла йоғонто яһай, йәғни аңыбыҙ торошо, уйҙарыбыҙ таҙалығы бөтә ҡан туғандарыбыҙға, ғаилә иммунитетына ла тәьҫир итә.
Ошонда уҡ бик тә әһәмиәтле тарих килтерелә. Уны сәғәт ремонтлау менән шөғөлләнгән оҫта һөйләгән.
Сәғәт төҙәтеү иғтибар һәм теүәл хәрәкәт талап итә. Ҡайһы берҙә эш ваҡытында оҫтаның һул ҡулындағы һуҡ бармағы тыңламай башлаған. Бындай хәлдә ул, билдәле инде, эшләй алмаған. Артабан ул нимә эшләй, тип уйлайһығыҙ? Юҡ, ул массаж эшләй башламай, нервыһын тынысландырырға магний ҙа эсмәй, ял да итмәй. Ул телефон ала ла, йыраҡта йәшәгән әсәһенә шылтырата. Тик бармағының дерелдәүен бөтөрөргә кәңәш һорау өсөн түгел. Ул шулай тип әйтә: “Әсәй, һеҙ тағы ла минең өсөн борсолаһығыҙ. Зинһар, туҡтағыҙ. Юғиһә, мин эшләй алмайым”.
Әсәнең саҡ ҡына борсолоуы ла балаһына шулай тәьҫир итһә, ә тәрән кисерештәре нисек йоғонто яһауы тураһында әйтергә лә түгел инде. Шуға күрә “Был минең тормошом, нимә теләйем, шулай эшләйем” формулаһы менән йәшәгәндәргә был тәңгәлдә уйланырға урын бар. “Минең аңым торошо, уйҙарым балаларымдың, туғандарымдың, яҡындарымдың иммунитеты өсөн дә яуаплы” – тормошҡа бына ошондай күҙлектән ҡарарға кәрәк. Тимәк, яҡындарыбыҙ сәләмәт, шат, бәхетле булһын өсөн юлдар табырға кәрәк.
Ыңғай кисерештәр, матур хис-тойғолар ҡаты ауырыуҙарҙы дауаларға булышлыҡ итеү осраҡтары хаҡында ишеткәнем дә, уҡығаным да күп. Кире уйҙар эндокрин системаһын бөтөрөп, бик күп ауырыуҙарға сәбәпсе булыуы ла билдәле. Йәнгә, тәнгә көлөүҙең йоғонтоһон һәм уны дауалау ысулы булараҡ ҡулланыуҙы өйрәнгән фәнгә, атап әйткәндә гелотологияға нигеҙ һалған Америка ғалимы Норманн Казинстың көлөүҙең һаулыҡҡа ыңғай тәьҫире тураһында асыштары ла бик ҡыҙыҡлы.
Үткән быуаттың етмешенсе йылдарында була был хәл. Норманн Казинс дауалауға насар бирелгән ҡаты сиргә дусар ителә. Йөрөй алмай башлағас, көнө буйы көлкөлө фильмдар, комедиялар ҡарай, һыҙланыуын онотоп көлә башлай. Бер аҙҙан ул ауыртыныуҙары баҫылыуын, аяҡ-ҡулы хәрәкәтләнеүен тоя. Шулай итеп, ул аяҡҡа баҫа, тулыһынса һауыға, киләсәктә Лос-Анджелес университетының көлөүҙе өйрәнеү кафедраһын етәкләй.
“Көлөү ғүмерҙе оҙайта”, “Көлгән кеше йәш була”, “Рәхәтләнеп көлдөм – бер стакан ҡаймаҡ ашаным” тигән әйтемдәр ҙә бар беҙҙең халыҡта. Иғтибар итһәгеҙ, ысынлап та, ҡысҡырып көлгән, тормошҡа оптимизм менән ҡарағандар ауырыуҙарға бик бирешеп бармай. Хәҙер инде кәйеф күтәренке ваҡытта вирустарҙы, бактерияларҙы юҡ итә торған күҙәнәктәрҙең әүҙемләшеүен белгәс, йышыраҡ көлөргә, шатланыу өсөн сәбәп табырға тырышырға кәрәклеген дә асыҡланыҡ...
Читайте нас: