ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Ноябрь 2020, 15:35

Ковид тураһында беҙ нимә белергә тейеш?

Яңы коронавирус штаммы - COVID-19 барлыҡҡа килеүенә бер йыл да юҡ әле - ул 2019 йылдың декабрендә пәйҙә булды. Әммә ҡыҫҡа ғына ваҡытта бөтә илдәргә үтеп инде һәм, төрлө сикләү һәм иҫкәртеү сараларына ҡарамай, көндән-көн күберәк кешеләрҙе зарарлай. Ауырыуҙың тәүге билдәләре ниндәй? Ҡайһы ваҡытта дауаханаға мөрәжәғәт итергә һәм унан нисек һаҡланырға? Нөгөш врач амбулаторияһы фельдшеры Нәзилә ИТӘШЕВА ошо һорауҙарға яуап бирә:

Яңы коронавирус штаммы - COVID-19 барлыҡҡа килеүенә бер йыл да юҡ әле - ул 2019 йылдың декабрендә пәйҙә булды. Әммә ҡыҫҡа ғына ваҡытта бөтә илдәргә үтеп инде һәм, төрлө сикләү һәм иҫкәртеү сараларына ҡарамай, көндән-көн күберәк кешеләрҙе зарарлай. Ауырыуҙың тәүге билдәләре ниндәй? Ҡайһы ваҡытта дауаханаға мөрәжәғәт итергә һәм унан нисек һаҡланырға? Нөгөш врач амбулаторияһы фельдшеры Нәзилә ИТӘШЕВА ошо һорауҙарға яуап бирә:
-Яңы коронавирус инфекцияһы тиҙ тарала торған сирҙәрҙең береһе. Билдәле булыуынса, ул ауырыуҙан сәләмәт кешегә дөйөм ҡулланыу әйберҙәре, ҡул биреп, ҡосаҡалашып күрешеү, үбешеү аша, шулай уҡ йүткергәндә, сөскөргәндә һауа-тамсы юлы менән күсә. Шуға күрә был мәкерле инфекциянан һаҡланыу өсөн, тәү сиратта, шәхси гигиена талаптарын үтәү мөһим. Төп ҡағиҙәгә, әлбиттә, - ҡулды һабынлап йыш йыуыу, дезинфекция сараларын ҡулланыу инә.
Магазинға, дарыуханаға барғанда мотлаҡ битлек кейегеҙ. Үҙегеҙ менән спиртлы йәки вирустан һаҡлай торған салфетка, махсус саралар йөрөтөгөҙ. Ҡулды йыуыу мөмкинлеге булмағанда шуларҙы ҡулланығыҙ. Йыуылмаған ҡул менән ауыҙға, күҙгә, танауға ҡағылмаҫҡа тырышығыҙ. Урамда танышығыҙ осраһа, ҡул бирмәй, баш ҡағып ҡына иҫәнләшегеҙ. Йүткергәндә, сөскөргәндә бер тапҡыр ҡулланыла торған салфетка ҡулланығыҙ. Һуңынан уларҙы сүплеккә ырғытығыҙ.
Эштә лә, өйҙә лә өҫтәлдәрҙе, ишек тотҡаларын, телефон, компьютерҙы таҙартып, һөртөп тороғоҙ. Урамда, сиратта, мөмкин булһа транспортта ла дистанция һаҡлағыҙ. Йүткергән кешенән йырағыраҡ тороғоҙ. Үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ йәки инфекцияға шик булһа, өйҙә ҡалығыҙ һәм врач саҡыртығыҙ. Үҙ аллы дауаланмағыҙ.
Коронавирустың тәүге билдәләренә түбәндәгеләр инә: сирҙе йоҡторғас, 2-14 көндән һуң тән температураһы күтәрелә, тын алыуы ҡыйынлаша, йүткертә. Шулай уҡ күкрәк ситлеге ауыртыуы мөмкин. Ошолар күҙәтелһә, медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итегеҙ. Был билдәләрҙең барыһы ла, әлбиттә, вирус йоҡторғанлыҡты аңлатмай, шулай ҙа врачҡа күренеү ҡамасауламаҫ.
Әлегә коронавирустан һаҡланыуҙа гигиена талаптарын һәм социаль дистанцияны үтәү иң яҡшы сара булып тора. Айырыуса өлкән йәштәгеләр, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары, диабет һымаҡ хроник сирҙәре булған кешеләргә һаулыҡтарына иғтибарлы булырға кәрәк, сөнки вирус йоҡҡан осраҡта улар сирҙе ауыр формала кисереүе билдәле.
Күп кеше йөрөгән урындарға бармаҫҡа тырышығыҙ. Ҡулығыҙҙы йышыраҡ һәм оҙағыраҡ һабын менән йыуығыҙ. Бик кәрәге булмаһа, дөйөм транспортта йөрөүҙе сикләгеҙ. Юлға сығырға тура килһә, бөтә һаҡлыҡ сараларын күрегеҙ.
Читайте нас: