ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Декабрь 2020, 14:05

1 декабрь – Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө

1988 йылдан алып 1 декабрҙә Бөтә донъя ВИЧ-СПИД-ты иҫкәртеү көнө билдәләнә. Был көн йоғошло сирҙең кире эҙемтәләрен кәметеү буйынса эшкә дәүләт һәм йәмғиәт иғтибарын тағы ла көсәйтеү, халыҡҡа уның тураһында мәғлүмәт биреү маҡсатында булдырылған. Вич-инфекцияһы, уның күсеү юлдары хаҡында ни тиклем күберәк белһәң, уны йоҡтороу хәүефе лә шул тиклем кәмей.

1988 йылдан алып 1 декабрҙә Бөтә донъя ВИЧ-СПИД-ты иҫкәртеү көнө билдәләнә. Был көн йоғошло сирҙең кире эҙемтәләрен кәметеү буйынса эшкә дәүләт һәм йәмғиәт иғтибарын тағы ла көсәйтеү, халыҡҡа уның тураһында мәғлүмәт биреү маҡсатында булдырылған. Вич-инфекцияһы, уның күсеү юлдары хаҡында ни тиклем күберәк белһәң, уны йоҡтороу хәүефе лә шул тиклем кәмей.
Сирҙе иҫкәртеү эше алып барылһа ла, ул йылдан-йыл нығыраҡ тарала һәм күп илдең социаль-иҡтисади үҫешенә хәүеф янай. Тап шуның өсөн ҡурҡыныс ауырыуҙы иҫкәртеү мәсьәләһе медицина өлкәһенең генә түгел, ә социаль проблемаға ла әйләнде. ВИЧ-инфекцияның таралыуы күп осраҡта кешеләрҙең был сир уларҙы урап үтер, тип хаталаныуы сәбәпле килеп сыға. Ысынында бөгөн ВИЧ-инфекцияға бәйле хәл-торош һәр кемгә, шул иҫәптән һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ҡағыла. Хәҙерге ваҡытта ул хәүеф төркөмдәре сиктәренән сығып, бөтә халыҡ араһында тарала башланы.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы статистикаһына ярашлы, планетала бөгөн вирус йөрөткән 37,9 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Һуңғы утыҙ йылда СПИД-тан 32 миллионға яҡын кеше вафат булған. Мәләүез район-ҡалаһы буйынса 514 кеше иҫәптә тора. 27 кеше вафат булған. Быйыл 10 айҙа 40 кеше теркәлгән. Инфекция йөрөткән ҡатын-ҡыҙҙарҙан 11 бала тыуған. Шуның 5-һе иҫәпкә ҡуйылған һәм вирусҡа ҡаршы дауалана. Иҫәптә торған ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар һаны - 3.
Күсеү юлдарына килгәндә 78 проценты – енси юл, 19 проценты - ҡан тамыры аша, 1 проценты әсәнән - балаға, билдәһеҙ юл менән - 2 процент.
Ваҡытында дауалана башлағанда һәм бөтә һаҡланыу сараларын күҙәткәндә ВИЧ-инфекцияһы менән йәшәгәндәрҙең ғүмер оҙонлоғо һәм сифаты сәләмәт кешеләрҙекенән айырылмай тиерлек. Дауаланмаған осраҡта ғына пациент уртаса 9-11 йыл йәшәй.
Унан һаҡланыуҙың төп ысулы булып, тәү сиратта, кешенең үҙ һаулығы һәм ғүмере өсөн яуаплылығы иҫәпләнә. Һәр кем сирҙе йоҡтороу юлдары һәм шәхси һаҡланыу саралары тураһында белергә тейеш. Вирус хаҡында ни тиклем күберәк белһәң, шул тиклем үҙеңдең һәм яҡындарыңдың сәләмәтлеген һаҡлау ышанысы ҙурыраҡ буласаҡ.
Кешелә ВИЧ булыу-булмауын тышҡы билдәләрҙән белеп булмай. Бының өсөн ҡанға махсус анализ кәрәк. Уы көн һайын (шәмбе, йәкшәмбенән тыш) иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 12-гә тиклем өлкәндәр поликлиникаһында 216-сы кабинетта бирергә мөмкин. Үҙегеҙ менән паспорт алығыҙ.
Татьяна ХОЛОСТОВА, поликлиника мөдире.
Читайте нас: