ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
3 Декабрь 2020, 18:23

Студенттарҙың да вирусҡа ҡаршы көрәше баһаланды

Медицина уҡыу йорттары студенттарына врачтарға ярҙамы өсөн күпме түләнәсәк?

Медицина уҡыу йорттары студенттары - коронавирусҡа ҡаршы көрәштә табиптар менән бергә алғы һыҙыҡта. Улар хәүефкә ҡаршы йәшлек дәртен, илһөйәрлек, мәрхәмәтлек сифаттарын ҡуйҙы. Ниһайәт, һаулыҡ һаҡлау системаһына ярҙамға килгән студент-медиктарҙың фиҙаҡәрлеге аҡса эквиваленты, йәғни махсус социаль түләүҙәр менән билдәләнде. Премьер-министр Михаил Мишустин студенттарға түләү өсөн 1,1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлде. Матди дәртләндереү ноябрь һәм декабрь айҙарында эшләгән өсөн бирелә. Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса, юғары уҡыу йорттары студенттарына һәр айға – 10 мең, ә урта һөнәри медицина белеме программалары буйынса уҡығандарға ете мең һум түләнә.
Читайте нас: