ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
7 Декабрь 2020, 00:42

Ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығарма

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының йоғошло ауырыуҙар буйынса баш штаттан тыш белгесе Дамир Вәлишин “Башинформ”ға биргән интервьюһында короновирустың антибиотик менән дауаланмауын раҫлай.

Профилактика өсөн антибиотикты контролһеҙ ҡабул итеү ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Йоғошло ауырыуҙар буйынса баш белгес Дамир Вәлишин “Башинформ”ға биргән интервьюһында: "Антибиотиктар тәғәйенләү өсөн аныҡ күрһәтмәләр булырға тейеш. “COVID-19 – вируслы инфекция, ул антибиотиктар менән дауаланмай. Коронавирус ваҡытында кемгә антибиотик тәғәйенләргә мөмкинлеге хаҡында аныҡ билдәләүҙәр бар. Антибиотиктар тик бактерияларға ғына йоғонто яһай. Шуға күрә улар бактериаль өҙлөгөүҙәр ҡушылғанда ғына тәғәйенләнә. Ләкин халыҡта ни эшләптер шундай фекер йәшәй: сирләү менән, шунда уҡ, табип тәғәйенләүенән башҡа антибиотик эсә башлайҙар. Был, киреһенсә, организмға етди зыян килтерә”, - тип аңлата. Антибиотиктарға тотороҡло бактериялар штаммы барлыҡҡа килеү сәбәпле бик ауыр сирҙәргә дусар булыу ҡурҡынысы тыуа. Антибиотиктарҙың кире эҙемтәләре күп. "Коронавирус – ул васкулит йәки ҡан тамырҙарының зарарланыуы. Халыҡҡа шуны еткереү мөһим: COVID-19 менән сирләгәндә үпкәләге, бөйөрҙәге, йөрәктәге, мейеләге тамырҙар зыян күрә", - ти табип.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: