ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Декабрь 2020, 11:15

Ҡышын ниндәй емеш ашарға кәрәк?

“Ҡышын ниндәй емештәргә өҫтөнлөк бирергә? Һаулыҡты нығытҡан, витаминдарға бай булған һәм кәйефте күтәргәндәренә”, - ти оҙаҡ йылдар төрлө сауҙа ойошмаларында эшләгән Нәзифә Рыҫҡужина.

“Ҡышын ниндәй емештәргә өҫтөнлөк бирергә? Һаулыҡты нығытҡан, витаминдарға бай булған һәм кәйефте күтәргәндәренә”, - ти оҙаҡ йылдар төрлө сауҙа ойошмаларында эшләгән Нәзифә Рыҫҡужина.
Йыл әйләнәһенә еләк-емеш, йәшелсә менән һатыу иткән Нәзифә Самат ҡыҙы уларҙың организмға йоғонтоһо, файҙаһы тураһында күп белә. Уның билдәләүенсә, ҡаты һыуыҡта ҡайһы бер емештәрҙең файҙалы матдәләре юғалырға мөмкин. Шуға күрә был осорҙа, хөрмәнән тыш, асыҡ һауала һатылғандарын алмай торорға кәңәш итә.
- Әйткәндәй, хөрмә организм өсөн бик файҙалы. Нервы системаһын тынысландыра, күңелде күтәрә. Уның составына ингән С витамины, пектин, каротин, углеводтар, йод ҡышҡы мәлдә бик кәрәк. Уны ҡайһы бер илдәрҙә хатта “Тәңреләр аҙығы” тип атайҙар. Хәтерҙе яҡшырта, тирегә яҡшы тәьҫир итә, эсәктәр, ҡалҡан биҙе эшмәкәрлеген яҡшырта. Шулай уҡ атеросклерозды иҫкәртә, ҡан баҫымын төшөрә.
Алма ашаған ваҡытта уның файҙаһы хаҡында уйлап та бирмәйбеҙ. Был емеш организмдан ауыр металдарҙы, насар холестеринды, токсиндарҙы, йәғни ағыулы матдәләрҙе сығара. С витаминына бай, ҡан тамырҙарын нығыта. Мин уны подагра, бөйөрҙә таш булған осраҡта ашарға тәҡдим итер инем.
Авокадоға беҙ бик иғтибар биреп бармайбыҙ. Унда аскорбин һәм майлы кислоталар, пектин, каротин күп. Был емеште айырыуса һыуыҡ тейеп ауырығандан һуң нығыныр өсөн ашарға кәрәк. Ул ябыҡ кешеләргә ауырлыҡ йыйырға булышлыҡ итә. Шуға күрә артыҡ ауырлыҡ менән яфаланғандарға уны ашауҙан тыйылырға кәрәк. Авокадо ҡандағы холестеринды кәметә, йөрәк сиренән һаҡлай, бит тиреһен, хәтерҙе яҡшырта.
Ҡыш көнө шулай уҡ әфлисун көндәлек рационда булһын. Ул иммунитетты нығыта, температураны төшөрә. Теште, ҡаҙналарҙы, һөйәкте, нервы системаһын нығыта, бауырҙы таҙарта. Бынан тыш, әфлисун организмды йәшәртә, кәйефте күтәрә. Банан, кивиның да файҙаһы бик ҙур. Көнөнә берәрҙе генә ашағанда ла организмдың вирустарға ҡаршы тороу һәләтен көсәйтергә мөмкин.
Ҡышын магазин кәштәһендә боҙолған, серегән емеш-еләк күп була. Шуға күрә иғтибар менән һайлағыҙ. Артыҡ ҙур емештәргә иҫегеҙ китмәһен, улар зарарлы ашлама һәм башҡа төрлө химия менән үҫтерелгән булыуы ихтимал. Өйгә алып ҡайтҡас та, яҡшылап йыуып, ҡоротоғоҙ, дөрөҫ һаҡлағыҙ.
Читайте нас: