ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Ғинуар 2021, 17:34

Ковидҡа ҡаршы һанлы паспортлыларға ташлама яһала

Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорт индерелә. Проекттың асылы шунда: ковидтан прививка яһатҡан кеше өҫтөнлөктәргә, льготаларға, ташламаларға эйә була һәм эпидемияға ҡаршы саралар сиктәрендә индерелгән сикләүҙән азат ителә.

Проектты февраль башында башлап ебәреү планлаштырыла. Паспорт һанлы, QR-код рәүешендә була. Уны алыу өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинет асырға кәрәк.
Проекттың асылы шунда: ковидтан прививка яһатҡан кеше өҫтөнлөктәргә, льготаларға, ташламаларға эйә була һәм эпидемияға ҡаршы саралар сиктәрендә индерелгән сикләүҙән азат ителә. Прививка эшләткән кеше тамашасыларҙың 30 процентлы квотаһынан тыш спектаклдәргә, концерттарға, киноға бара ала. Спорт уйындарында тулы трибунала ултырырға хоҡуҡлы. Ҡайһы бер магазиндар проекттың партнерҙары була һәм QR-код буйынса ҡатнашыусыға ташлама яһай. Вакцина алған кешеләр фитнес-үҙәктәргә, шифаханаларға, туризм урындарына иркенләп йөрөргә мөмкин. Уҡытыусыларға өҫтәмә түләү һәм ял көндәре бирелә. 65 йәштән өлкәндәргә ҡарата барлыҡ эпидемияға ҡаршы сикләүҙәр бөтөрөлә.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, граждандарҙың шәхси мәғлүмәттәре хәүефһеҙлегенә махсус иғтибар бүленә. «Шулай итеп, был проектта иң мөһиме – вакцинаны популярлаштырыу, сөнки ошо сараларҙан башҡа коллектив иммунитетҡа ирешә, эпидемияны еңә алмайбыҙ. Кешеләр ҡаты ауырый», - тине республика башлығы.
Фото - oblgazeta.ru
Читайте нас: