ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Ғинуар 2021, 13:01

Йөрәкте һаҡларға кәрәк

Беҙҙең йөрәк бер туҡтауһыҙ эшләп торған ағза. Һәр һулышыбыҙ өсөн бурыслыбыҙ уға, шуға күрә лә уны иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай.

Беҙҙең йөрәк бер туҡтауһыҙ эшләп торған ағза. Һәр һулышыбыҙ өсөн бурыслыбыҙ уға, шуға күрә лә уны иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Йөрәк һау булһын өсөн файҙалы ризыҡтар менән туҡланырға кәңәш ителә. Шуларҙың бер нисәһенә туҡталып китәйек.
  1. Балыҡ. Омега-3 кислотаһына бай ризыҡ йөрәк өсөн иң кәрәкле һәм файҙалыларҙан һанала. Әгәр ниндәйҙер сәбәп менән балыҡтан әҙерләнгән ризыҡты ашай алмайһығыҙ икән, дарыухананан махсус витаминын алығыҙ.
  2. Виноград. Унда полифенол да, йөрәк өсөн кәрәкле башҡа витаминдар ҙа етерлек.
  3. Зәйтүн майы. Йөрәк һәм ҡан тамырҙары өсөн файҙаһы ҙур. Уны һыйыр йәки үҫемлек майы урынына ҡуллана башлаһағыҙ, холестерин төшөр. Уның составындағы полифенол ҡан тамырҙарына ыңғай тәьҫир итә.
  4. Сәтләүек. Магазиндарҙа уның ниндәйе генә һатылмай хәҙер! Ҡайһыһын ғына алһағыҙ ҙа, файҙалы булыр. Уны көнөнә бер нисә тапҡыр ҡулланыу ҙа йөрәк өйәнәген кәметергә ярҙам итәсәк.
  5. Томат. Тахикардия, аритмия, ишемия, гипертония кеүек сирҙәрҙе киҫәтә. Нервы системаһы тотороҡло булмаған, тиҙ ҡыҙып барыусан кешеләргә помидорҙы күберәк ашарға кәңәш ителә. Был йәшелсәнең төп өҫтөнлөгө - атеросклероздан һаҡлаусы ликопин антиоксиданты.
  6. Әфлисун. Ул ҡан баҫымын көйләй торған калийға бай. Уның составында организмдағы холестеринды сығарыусы пектин да бар.
  7. Күрәгә. Калий, антиоксиданттар йөрәкте һәм ҡан тамырҙары өсөн файҙалы, инфарктан һаҡлай.
  8. 8. Ҡара шоколад. Уның составындағы флавонидтар ҡан тамырҙарын киңәйтә, юғары ҡан баҫымын көйләргә булышлыҡ итә.
  9. Һоло бутҡаһы. Төрлө консерванттар ҡушылған әҙер бутҡалар һатып алмағыҙ, уны ябай «Геркулес»тан бешерегеҙ. Һолола йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын киҫәтеүсе клетчатка күп. Бутҡаға төрлө сәтләүек, күрәгә ҡушһағыҙ ҙа була.
  10. Сөгөлдөрҙөң һабағы һәм япрағы. Ул магнийға, минералдарға бик бай. Составындағы клетчатка, антиоксиданттар, лютеин йөрәк эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай.
  11. Үрҙә һанап кителгән файҙалы ризыҡтар менән бергә йөрәк һәм ҡан тамырҙары өсөн зарарлы булғандары ла бихисап. Улар иҫәбенә колбаса, ыҫланған һәм тоҙло ризыҡтар, төрлө соустар, ярымфабрикаттар, һатыуҙа киң таралған гамбургерҙар инә. Яңы бешкән икмәк, ҡәһүә, ҡаты сәй ҙә кире йоғонто яһай.
    Йөрәк һау булһын өсөн файҙалы ризыҡтар менән туҡланыуҙан тыш, әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барырға, күберәк саф һауала йөрөргә, хәрәкәтләнергә кәңәш ителә.
    Фото интернеттан алынды.
    Читайте нас: