ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Ғинуар 2021, 14:55

Сәләмәтлегебеҙ - үҙ ҡулыбыҙҙа

Гипертония сирен дарыуһыҙ ҙа йүгәнләү мөмкинлеге тураһында барыбыҙ ҙа беләбеҙме?

Бөгөн йөҙ процент һау-сәләмәт кешеләр бик һирәк. Күптәр, бигерәк тә ҡырҡты уҙғандар тын ҡыҫылыуға, йөрәк-ҡан тамырҙары сиренә, йыуанайыуға, диабетҡа зарлана. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, күбебеҙ ябай йәшәү ҡағиҙәләрен үтәмәй: аҙ хәрәкәтләнәбеҙ, күп ашайбыҙ. Юҡҡа ғына “Хәрәкәттә - бәрәкәт” тип әйтмәйҙәр бит. Дөрөҫ, һуңғы ваҡытта бының шулай икәнлегенә үҙ миҫалында ышанғандар һаны арта. Эштән һуң диванға ҡырын ятып, телевизорҙан сериал йәки футбол ҡарау урынына сәләмәтлеген нығытыусылар ҙа етерлек. Мәҫәлән, ауылдарҙа скандинавса йөрөштө күптәр үҙ итә.
Һуңғы арала ҡан баҫымы юғары сирлеләр һаны артыуы күҙәтелә. Был, әлбиттә, йыуан, күп һәм тәмле ашарға яратҡандар, тәмәке һәм алкоголь менән мауыҡҡандар, юҡ-бар нәмәгә лә үртәлгәндәр, йәйәү йөрөргә ҡарағанда, транспортта елдереүҙе артыҡ күргәндәр, медицина кәңәштәренә төкөрөп ҡарағандар араһында күберәк.
Гипертония сирен дарыуһыҙ ҙа йүгәнләү мөмкинлеге тураһында барыбыҙ ҙа беләбеҙме?
Ғалимдар әйтеүенсә, дөрөҫ итеп һулыш алыу ҙа мөһим. Уға өйрәнергә мөмкин. Ҡан баҫымы юғары булғандар йыш һәм тәрән тын ала. Тимәк, йогалар һулышын өйрәнергә кәрәк йәғни һирәк һәм өҫтән генә һуларға. Уның өҫтәүенә организмды калий менән тәьмин итеүҙе арттырырға: күрәгә, йөҙөм йәшелсәне - күберәк, ҡош-ҡорт, шулай уҡ һары майҙы ҡулланыуҙы кәметеп, күберәк балыҡ, әстрәхән сәтләүеге, миндаль, ҡабаҡ, сей йомортҡа һарыһы, йәшелсә ашарға кәңәш ителә. Ризыҡты тоҙһоҙораҡ бешерегеҙ - бер-ике аҙнала быға ла күнегергә була. Ә ризыҡты тәмләндереп ебәрер өсөн петрушка, укроп, кинза, һарымһаҡ ҡулланығыҙ. Эштә сәғәттәр буйына бер урында ултырмағыҙ, тороп йөрөштөрөгөҙ, баҫҡыстан йәйәү менегеҙ, лифт көтмәгеҙ.
Инглиз ғалимдары раҫлауынса, треска бауыры йөрәк-ҡан сиренән шул иҫәптән инфаркттан һаҡлай. Файҙалы ризыҡ - дарыу, уны барыбыҙ ҙа белә. Һау булайыҡ, бар булайыҡ.
Читайте нас: