ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
3 Февраль 2021, 19:55

Һаҡланыу сараларын инҡар итергә иртә әле

COVID-19 тураһында мәғлүмәт, бәлки, арытып та киткәндер, әммә мәкерле сир үҙен оноторға бирмәй. Яҡындар, таныштар ауырый, ғүмерҙәр ҙә өҙөлә... Вакцина булғас, ғәҙәти грипп кеүек еңелер инде тиһәк, яңы штамм барлыҡҡа килеүе билдәле булды. Республиканың яңы коронавирус инфекцияһы таралыуына ҡаршы көрәш буйынса оператив штабы мәғлүмәтенә ярашлы...

COVID-19 тураһында мәғлүмәт, бәлки, арытып та киткәндер, әммә мәкерле сир үҙен оноторға бирмәй. Яҡындар, таныштар ауырый, ғүмерҙәр ҙә өҙөлә... Вакцина булғас, ғәҙәти грипп кеүек еңелер инде тиһәк, яңы штамм барлыҡҡа килеүе билдәле булды. Республиканың яңы коронавирус инфекцияһы таралыуына ҡаршы көрәш буйынса оператив штабы мәғлүмәтенә ярашлы, йоҡторғандар һаны 25 меңгә яҡынлаша, 3 февралгә 24 744 диагноз раҫланған. Һуңғы тәүлектә – 167 яңы осраҡ.
Хәҙерге көндә ковид-госпиталдәрҙә 408 кеше дауалана, уларҙың 65-е – ауыр хәлдә, 17-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына мохтаж.
5 383 пациент коронавирус менән өйҙә көрәшә, сөнки уларҙың сире еңел формала үтә. Тәүлек эсендә – 157, йәмғеһе 18 760 кеше һауыҡҡан. Башҡортостанда COVID-19 ҡорбандары өсәүгә – 193-кә тиклем артҡан. Бер тәүлектә дауахананан тыш пневмония осраҡтары – 154. Ошо ауырыуҙан һауыҡҡан пациенттар - 320.
Был һандар һаҡланыу сараларын күҙәтеү мотлаҡ булыуын күрһәтә, етмәһә, организмда барлыҡҡа килгән ковидҡа ҡаршы есемдәр ҙә оҙаҡ һаҡланмай икән. Шуға күрә битлек менән бирсәткә, коллектив иммунитет булдырғансы модала ҡала әле.
Фото интернеттың асыҡ сығанаҡтарынан.
Читайте нас: