ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Февраль 2021, 14:55

Дауаханалағы үҙгәрештәр

Февраль аҙағына тиклем дауаханаларҙа коронавирус инфекцияһы йоҡторғандар өсөн койка һанын кәметеү планлаштырыла. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Дөйөм алғанда, 15 февралгә хәтлем уларҙың һанын 1000-гә кәметеү планлаштырыла.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының инфекция профилендәге госпиталдәрҙә койка һанын кәметеү тураһында бойороғона ярашлы, үҙәк район дауаханаһында ошо йүнәлештә эшләгән бүлексә үҙ эшмәкәрлеген туҡтатты. Артабан ул эшен провизор госпиталь сифатында дауам итә, йәғни унда коронавирусҡа шик тыуған һәм пневмония менән ауырыған пациенттар һалына. 1 февралдән Ковид-19 раҫланған һәм стационар дауалауға мохтаж булғандар Күмертау ҡалаһына йүнәлтелә.
Бынан тыш, ведомствоның “Башҡортостан Республикаһында медицина ойошмалары клиник лаборатория хеҙмәте эшмәкәрлеген камиллаштырыу тураһында” бойороғон бойомға ашырыу сиктәрендә, анализдар шулай уҡ Күмертауға оҙатыласаҡ. Әммә улар элеккесә үҙәк район дауаханала алынасаҡ.
Читайте нас: