ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
10 Февраль 2021, 14:25

Регина Фәхретдинова:”Яратҡан эшең булыу - ярты бәхет”

Йылмайыу ҙур көскә эйә булғанын бер кем дә инҡар итмәйҙер. Ул аралашырға, ярҙам итергә әҙерлекте генә күрһәтмәй, ә әңгәмәсенең кәйефен күтәрә, кешеләр араһында йылы хис тә булдыра. Йыш ҡына хатта әйтә алмаған һүҙеңде лә еткерергә булышлыҡ итә ул. Тик, йәшерен-батырыны юҡ, тештәр һау булғанда ғына рәхәтләнеп көлә, ихласлыҡты белдерә алабыҙ. Әммә хәҙер теш менән бәйле бөтә проблеманы ла тиерлек хәл итергә мөмкин. “ДенталФ” стоматология кабинеты врач-стоматологы Регина Фәхретдинова менән әңгәмәбеҙ шул хаҡта.

Йылмайыу ҙур көскә эйә булғанын бер кем дә инҡар итмәйҙер. Ул аралашырға, ярҙам итергә әҙерлекте генә күрһәтмәй, ә әңгәмәсенең кәйефен күтәрә, кешеләр араһында йылы хис тә булдыра. Йыш ҡына хатта әйтә алмаған һүҙеңде лә еткерергә булышлыҡ итә ул. Тик, йәшерен-батырыны юҡ, тештәр һау булғанда ғына рәхәтләнеп көлә, ихласлыҡты белдерә алабыҙ. Әммә хәҙер теш менән бәйле бөтә проблеманы ла тиерлек хәл итергә мөмкин. “ДенталФ” стоматология кабинеты врач-стоматологы Регина Фәхретдинова менән әңгәмәбеҙ шул хаҡта.
- Регина Рафаэль ҡыҙы, заман стоматологияһы матур һәм сәләмәт булырға теләгәндәрҙең хыялын бойомға ашырыуҙың бөтә мөмкинлектәрен дә тәҡдим итә. Һеҙҙең коллектив бөгөн пациенттарҙы ниндәй өҫтөнлөктәре менән ылыҡтыра?
-Дөрөҫ, һуңғы йылдарҙа медицинаның был тармағында йылдам үҫеш күҙәтелә. “Голливуд йылмайыуы”на бөгөн бөтәһе лә эйә була ала тиергә лә мөмкин. Был, әлбиттә, бик ҡыуаныслы. Әммә матур һәм сәләмәт тештәрҙең тәғәйенләнеше кинәнеп йылмайыу өсөн генә түгел. Улар, тәү сиратта, кешенең дөйөм һаулығы күрһәткесе. Шуның өсөн тешкә бәләкәйҙән һаҡсыл һәм яуаплы ҡараш булдырыу мөһим.
Беҙҙең стоматология кабинеты асылыуға дүрт ай ғына әле. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта ҡаланың теш һәм ауыҙ ҡыуышлығы ауырыуҙарын дауалау өлкәһендә үҙ урыныбыҙҙы, үҙ пациенттарыбыҙҙы таптыҡ, тип әйтһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ, моғайын. Беҙ айырыуса балалар ҡабул итеүебеҙ йәһәтенән өҫтөнлөк менән ҡулланабыҙ, тип уйлайым. Тешен дауаларға килгән кескәйҙәр менән тиҙ уртаҡ тел табабыҙ. Улар иламай ҙа тиерлек, сөнки бар процедураны әкиәт йәки уйын төрөндә ойошторорға ваҡытыбыҙ ҙа, матди-техник базабыҙ ҙа бар. Креслолар алдында телевизорҙар ҡуйылған, беҙ улар теләгән йәнһүрәтте ҡуя алабыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, төрлө йәштәге пациенттарыбыҙ өсөн бөтә шарттарҙы ла булдырҙыҡ. Дауалау бүлмәләрендә кондиционерҙар, транспорт өсөн уңайлы парковка бар. Быларҙың барыһы ла бөгөнгө тормошта бик мөһим.
Алынмалы һәм алынмай торған протездар, коронка әҙерләүсе ортопедия белгесебеҙ бар. Ике аҙнаға бер тапҡыр Стәрлетамаҡтан брекет-система ҡуйыу менән шөғөлләнгән ортодонт килә. Төрлө стадиялағы кариесты дауалайбыҙ, юғары кимәлдәге эстетика хеҙмәттәрен күрһәтәбеҙ. Бөтә ҡорамал-инструменттарыбыҙ яңы, заманса препараттар ғына ҡулланабыҙ.
-Медицина күп тармаҡлы бөгөн. Ә һеҙ ни өсөн тап стоматологияны һайланығыҙ?
-Минең нәҡ ошо һөнәрҙе һайлауымда төбәктә лайыҡлы ихтирам ҡаҙанған юғары квалификациялы врач-стоматолог Лилиә Бәҙриеваның роле ҙур. Лилиә Булат ҡыҙын мин бәләкәй саҡтан уҡ беләм. Тешемде дауаларға ла мөрәжәғәт итергә тура килде, шулай уҡ ғаилә дуҫтары ла ине. Ул миңә уңайы тура килгән һайын стоматологтың киләсәк һөнәре булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Осрашҡан һайын, һинән бына тигән врач сығасаҡ, тип дәртләндерә ине.
-Тәүге пациентығыҙ йәки тәүге эш көнөгөҙ хаҡында күңелегеҙҙә ниндәй тәьҫораттар һаҡлана?
-Тик яҡшы хәтирәләр генә! Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағас, хеҙмәт биографиямды Республика стоматология поликлиникаһында башланым. Ҙур тәжрибәле белгестәр мине үҙ коллективына бик йылы ҡаршы алды. Ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итте, минең эшкә ынтылышымды күреп, һәр башланғысымды хуплап ҡына торҙолар. Беренсе пациентым, әлбиттә, иҫтә һәм ул минең артабанғы һөнәри үҫешемдә мөһим роль уйнаны, тип ышаныслы әйтә алам. Ике аяҡһыҙ коляскала ултырған 30-35 йәштәрҙәге инвалид ир ине ул. Минең кисерештәремде аңлайһығыҙҙыр, йәлләү тойғоһо ла, бер аҙ ҡурҡыу ҙа бергә уҡмашты. Шулай ҙа врач булмышым өҫкә сыҡты: бар яуаплылығымды туплап дауаланым да, рентгенға ебәрҙем. Эшемдең һөҙөмтәһен күреп, мине маҡтанылар, йылы һүҙҙәр әйттеләр. Артабан ошо ыңғай тулҡында эшләнем дә киттем.
-Ни өсөн шәхси практика менән шөғөлләнергә булдығыҙ?
-Нисек кенә тырышһам да, мин бер талонға бүленгән 20 минутлыҡ ваҡытта эшләп өлгөрә алмай инем. Эшләгәс, пациентты тыңларға ла, ауырыу тарихын өйрәнергә лә, ауыҙ ҡыуышлығын тулыһынса тикшереп, дауалап һәм документ тултырып та өлгөрөргә кәрәк. Был сикләүҙәргә һыя алманым. Өҫтәүенә пациенттарымды эстетик йәһәттән матур кабинетта, заманса ҡорамалдар, инструменттар менән һауыҡтырғым килде. Был ниәтемә тик шәхси кабинет асып ҡына өлгәшергә мөмкин икәнлеген аңлағас та, был яуаплы ла, мауыҡтырғыс та аҙымға йөрьәт иттем.
-Беҙ теш ауыртһа ғына стоматологҡа барырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Ауыртмаһа ла күренергә кәрәкме?
-Эйе, мотлаҡ рәүештә, тип әйтер инем хатта. Ололарға ярты йылға, ә балаларға 3-4 айға бер тапҡыр күренергә кәрәк. Уның өсөн ваҡыт күп китмәй. Тәжрибәле врач тештәге, ауыҙ ҡыуышлығындағы үҙгәреште шунда уҡ күрә. Теште ваҡытында дауаларға кәрәк, сөнки кариес ҙурайған һайын, уны һаҡлап алып ҡалыу мөмкинлеге лә кәмей. Теш кешегә ғүмерлеккә бирелә, шуға күрә бала саҡтан уҡ уларға иғтибарлы булырға кәрәк.
-Һеҙҙең эшегеҙҙә иң мөһиме нимә?
-Эшләргә теләү, пациенттарыңды яратыу, уларға үҙенә ышанысын ҡайтарыу һәм, әлбиттә, белемеңде даими камиллаштырыу мөһим. Үрҙә әйтеп китеүебеҙсә, стоматология бер урында тормай. Дауалау алымдары, материалдар, препараттар йыл да үҙгәреш кисерә. Тиҙҙән сит илдә үткәрелгән курсҡа барырға уйлайым. Яратҡан эш хобби һымаҡ бит ул. Ә күңелгә ятҡан шөғөл өсөн ваҡытың да, көсөң дә, сығымдар ҙа йәл түгел. Киреһенсә, унан ҡеүәт һәм илһам алаһың.
-“ДенталФ” стоматология кабинеты ҡайҙа урынлашҡан һәм һеҙгә нисек яҙылырға мөмкин?
-Беҙҙең дауалау кабинеты 31-се биҫтә, 2-се йорт адресы буйынса (“Уралочка” туҡталышы) урынлашҡан. Эшмәкәрлегебеҙҙе Инстаграмда ла яҡтыртып барабыҙ. “Дауалағанға тиклем” һәм “Дауалағандан һуң” рекламаһын уңышлы ҡулланабыҙ, был пациенттарыбыҙҙың беҙгә ышаныуын күрһәтеү алымы ла. Ҡабул итеүгә алдан яҙылыу һәм белешмәләр өсөн 8-937-862-53-43 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.
Форсаттан файҙаланып, үҙемдең коллегам, тормош иптәшем Альберт Радий улын тыуған көнө һәм Халыҡ-ара стоматологтар көнө менән ҡотлайым. Тыуған көнө һөнәри байрамы менән тап килеүе бер ҙә юҡҡа түгелдер. Үҙ эшен яратҡан, яуаплы һәм тәрән белемле белгес ул. Артабан да уртаҡ маҡсаттарыбыҙы бергә бойомға ашырып, район-ҡала халҡының сәләмәтлеге һағында бер юлдан барырға яҙһын!
-Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Бар хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!
Читайте нас: