ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Февраль 2021, 10:20

Ҡалала яңы медицина учреждениеһы барлыҡҡа килде

Элекке физдиспансер бинаһы яңы һулыш алды - унда заманса талаптарға яуап биргән түләүле поликлиника асылды. Ҡаланың һаулыҡ һаҡлау тарихындағы мөһим ваҡиғала район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, үҙәк район дауаханаһы баш врачы Урал Хәбибуллин, поликлиника мөдире Зөфәр Яҡупов ҡатнашты.

Тантаналы шарттарҙа таҫма киҫелгәс, йыйылған халыҡ, медицина хеҙмәткәрҙәре бинаға үтте. Учреждение эстән дә бик күркәм. Ул ойошма иҫәбенә барлыҡ талаптарға яуап бирерлек итеп үҙгәртеп төҙөлгән.
Бында врачтар өсөн дә, шулай уҡ пациенттарға ла бөтә уңайлы шарттар булдырылған. Кабинеттар, коридор иркен, яҡты. Клиникала диагностикалауҙан башлап, консультация алыу, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, дауалау кеүек бөтә төп медицина хеҙмәттәре күрһәтеләсәк. Атап әйткәндә, гинекология, кардиология, терапия, неврология, психотерпия һәм башҡа профилдәр буйынса һаулыҡ һаҡлау хеҙмәте күрһәтелә. Шулай уҡ косметология, массаж кабинеттары эшләйәсәк. Коллективта үҙ эшенә яуаплы ҡараған, яратҡан һәм пациенттарға ярҙам итергә теләгән белгестәр тупланған. Врачтарҙың күсмә ҡабул итеүе лә ойоштороласаҡ.
Читайте нас: