ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Февраль 2021, 12:00

Гүзәл Юлдашева: “Йәш күренеүселәрҙең күбеһе - сәләмәт һәм изге күңелле кешеләр”

Һаулыҡ - иң ҙур байлыҡ. Ул булмаһа, кеше бик күп нәмәнән мәхрүм ҡала. Иҫәнлек булғанда ғына тулы тормош менән йәшәйбеҙ, аралашыуҙан, эшебеҙҙән ҡәнәғәтлек алабыҙ. Әммә кеше ни тиклем йәш һәм матур булып ҡалырға тырышһа ла, йылдар барыбер үҙенекен итә - йәшлек артынан ҡартлыҡ килә. Ғүмеребеҙҙең ошо этабын лайыҡлы ҡаршы алыр, олоғайғас та күңел көрлөгөн һаҡлар өсөн нимә эшләргә? Үҙәк район дауаханаһы врач-гериатры Гүзәл Юлдашева менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.-Гүзәл Тимерхан ҡыҙы, нимә ул гериатрия? Иң тәүҙә шуға асыҡлыҡ индерәйек әле.

Һаулыҡ - иң ҙур байлыҡ. Ул булмаһа, кеше бик күп нәмәнән мәхрүм ҡала. Иҫәнлек булғанда ғына тулы тормош менән йәшәйбеҙ, аралашыуҙан, эшебеҙҙән ҡәнәғәтлек алабыҙ. Әммә кеше ни тиклем йәш һәм матур булып ҡалырға тырышһа ла, йылдар барыбер үҙенекен итә - йәшлек артынан ҡартлыҡ килә. Ғүмеребеҙҙең ошо этабын лайыҡлы ҡаршы алыр, олоғайғас та күңел көрлөгөн һаҡлар өсөн нимә эшләргә? Үҙәк район дауаханаһы врач-гериатры Гүзәл Юлдашева менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
-Гүзәл Тимерхан ҡыҙы, нимә ул гериатрия? Иң тәүҙә шуға асыҡлыҡ индерәйек әле.
-Гериатрия – ул өлкән йәштәгеләрҙең ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм дауалау менән шөғөлләнгән медицинаның бер бүлеге. Ололарҙың һаулыҡ проблемаһын асыҡлап, уларҙың үҙ-үҙен ҡарау һәләтен һаҡлау, тормоштан йәм табыуына өлгәшеү – эшмәкәрлектең төп маҡсаты. Сабыйға ни тиклем иғтибар һәм наҙ кәрәк булһа, өлкән кеше лә уға шул тиклем мохтаж. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы билдәләүенсә, 60-тан 74 йәшкә тиклемгеләр оло, 75-тән 90-ға тиклемгеләр ҡарт һәм 90 йәш һәм унан өлкәндәр оҙон ғүмерле тип иҫәпләнә. Ғәҙәттә йәш олоғайыу менән ауырыуҙар ҙа арта. Өлкән йәштәгеләр айырыуса ҡан әйләнеше, быуын сирҙәренә, шәкәр диабетына, күреү һәләте боҙолоуға, насар ишетеүгә зарлана. Һөҙөмтәлә улар бер үк ваҡытта күп дарыу эсеүе мөмкин. Бына шуға юл ҡуймаҫ өсөн врач-гериатрҙар билдәле этапта дауалауҙың уңышлы планын һайлай. Шуны оноторға ярамай: биштән ашыу дарыу ҡабул итеү һаулыҡ торошона кире тәьҫир итә.
-Йыш ҡына гериатрҙарҙы бер үк ваҡытта психолог та, медицина һәм социаль хеҙмәткәр ҙә, тип атайҙар. Һеҙ уның менән килешәһегеҙме?
-Эйе, врач-гериатрға бер юлы өлкән йәштәгеләрҙең көнкүреш шарттарын да, һаулыҡ торошон да, социаль проблемаларын да хәл итергә тура килә. Пациенттың йәшәйешен тулыһынса асыҡламай тороп, уға дөрөҫ дауалау тәғәйенләү мөмкин түгел.
-Беҙҙең район-ҡалала ололар күпме?
-Пенсия йәшендәгеләрҙең һаны Мәләүездә яҡынса егерме меңгә яҡын.
-Төбәктә йышыраҡ ниндәй проблема менән мөрәжәғәт итәләр?
-Хәтер насарайыуы сәбәпле күп киләләр. Шулай уҡ артериаль ҡан баҫымы юғары булғандар, шәкәр диабеты, быуын һәм умыртҡа һөйәге ауырыуҙары менән килеүселәр ҙә байтаҡ.
-Кемдәргә гериатр кәрәк тип иҫәпләйһегеҙ һәм һеҙҙең пациенттарығыҙ күпме?
-Һаулығында ниндәй ҙә булһа үҙгәреш тойған 60 йәштән өлкәндәр гериатрға мөрәжәғәт итә ала. Беҙҙә йышыраҡ 70-тән үткәндәр килә. Дөйөм алғанда, көнөнә ете ауырыу ҡабул итәбеҙ. Һәр пациентҡа тулы гериатрия баһаһы бирелә, йәғни үрҙә әйтеп китеүемсә, уның көнкүреш шарттары, күңел торошо, хәтере, ҡул мускулдарының көсө, көндәлек мәшәҡәттәрҙе үҙ аллы эшләй алыуы, ниндәй ауырыуҙары барлығы, дарыуҙар ҡабул итеүе тикшерелә. Һөҙөмтәлә дауалауҙың билдәле планы һайлана.
-Һуңғы йылдарҙа ғүмер оҙайлығы артты, тиҙәр. Был, ысынлап та, шулаймы? Ир-егеттәргә ҡарағанда ҡатын-ҡыҙ оҙағыраҡ йәшәй тигән фекер ҙә нығынған. Был нимә менән бәйле?
-Статистиканан күренеүенсә, ғүмер оҙонлоғо яйлап үҫә. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә уртаса 75 йәш тәшкил итә. Ир-егет ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда аҙыраҡ йәшәй тигән ҡараш та дөрөҫ. Уларҙың ғүмер оҙайлығы 70,2 йәш, ә ҡатын-ҡыҙҙыҡҡы яҡынса 80 йәш. Был айырмаға ирҙәрҙең ауыр эш шарттарында эшләүе сәбәпсе булыуы ихтимал. Шулай уҡ нәҫелдән килеүе лә бар. Сәләмәт тормош алып бармау, үҙеңде һаҡламау ҙа, аҙ хәрәкәтсәнлек, зарарлы ғәҙәттәр ҙә кире йоғонто яһай. Күп кенә ир-егет тәмәке тартыу, эскелек арҡаһында барлыҡҡа килгән ауырыуҙарҙан вафат булыуы билдәле.
-Иртә ҡартайыуҙы иҫкәртеп буламы? Был тәңгәлдә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
-Ҡартлыҡты лайыҡлы ҡаршы алыр өсөн үҙеңде йәштән үк әҙерләргә кәрәк. Иртә һайын аҙ ғына булһа ла гимнастика эшләү ҙур әһәмиәткә эйә. Хәтерҙе яҡшыртыу өсөн китап уҡырға, шиғыр ятларға, ҡул бармаҡтарына гимнастика эшләргә тәҡдим итер инем. Шулай уҡ балсыҡтан, пластилиндан әүәләп эшләү, һүрәт төшөрөү файҙалы. Ғөмүмән, сигеү, бәйләү кеүек бөтә ҡул эштәренең дә мейе эшмәкәрлеге, тимәк, хәтерҙе һаҡлау өсөн әһәмиәте ҙур.
Дөрөҫ туҡланыу ҙа мөһим. Оло йәштәгеләргә тоҙҙо, майлы ризыҡтарҙы ҡулланыуҙы сикләргә кәрәк. Күберәк емеш-еләк, йәшелсә, аҡһымға бай аҙыҡ ашау мөһим. Һәр кешенең организмында ныҡлыҡ запасы бар, әммә йәштән сәләмәтлеккә һаҡсыл ҡарамағанда уның тиҙ бөтөүе ихтимал.
-Медицина белгестәре лә, психологтар ҙа изге күңелле кешеләр һуңыраҡ ҡартайыуы тураһында әйтә. Был йәһәттән һеҙҙең фекерегеҙ ниндәй?
-Дөрөҫ, киң күңелле, изге уйлы кешеләр йәшерәк тә күренә, һаулыҡтары ла нығыраҡ. Ундайҙарҙың оҙағыраҡ йәшәүе лә сер түгел. Ололарға ихтирамлы мөнәсәбәт булған илдәрҙә оҙон ғүмерлеләрҙең күберәк булыуы ла билдәле. Шуға күрә, һүҙемде йомғаҡлап, эргәгеҙҙәге өлкән йәштәгеләрҙе, ҡартайған атай-әсәйегеҙҙе, туғандарығыҙҙы һөйөү һәм хөрмәт менән уратығыҙ, уларҙың ҡартлығын бәхетле итеүгә үҙ өлөшөгөҙҙө индерегеҙ, тип әйткем килә.
-Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Читайте нас: