ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
27 Февраль 2021, 14:36

Һәр көн шатлыҡ килтерһен

Һөйгәнеңдең яныңда булыуы, яҡындарыңдың йылы һүҙе, иғтибарлы ҡарашы, ҡыҙыҡлы сәйәхәт, матур йыр һәм башҡа һөйөнөслө хәлдәр дәрт бирә. Бынан тыш ҡайһы бер ризыҡтар ҙа кешегә көс-ҡеүәт өҫтәй, кәйефте күтәрә. Ә ниндәй ризыҡтар икәнен һылтанма аша инеп ҡарағыҙ.

Һөйгәнеңдең яныңда булыуы, яҡындарыңдың йылы һүҙе, иғтибарлы ҡарашы, ҡыҙыҡлы сәйәхәт, матур йыр һәм башҡа һөйөнөслө хәлдәр дәрт бирә. Бынан тыш ҡайһы бер ризыҡтар ҙа кешегә көс-ҡеүәт өҫтәй, кәйефте күтәрә. Банан - иң яҡшы антидепрессант ризыҡ. Ул кәйеф күтәреүгә һәләтле В6 витаминына һәм серотонинға бай. Ныҡ арығанда, бер нәмәгә күңел төшмәгәндә банан ашарға кәңәш итәләр. Шуныһы ҡыҙыҡлы: банан ҡатын-ҡыҙҙың кәйефенә нығыраҡ, йәғни көслөрәк тәьҫир итә. Сәтләүектәр мейе күҙәнәктәренең дөрөҫ эшмәкәрлеген көйләгән һәм депрессия билдәләренән арындырған омега-3 майлы кислоталарына бай. Шулай уҡ уларҙа ла В6 витамины, селен бар. Сәтләүектең күңелегеҙгә ятҡанын һайлағыҙ. Фундук, баҙам, грек сәтләүеге айырыуса файҙалы. Тик сама белегеҙ – көнөнә 50 грамм да етә. Кәйеф күтәреүгә булышлыҡ иткән иң тәмле ризыҡ – шоколад. Какао организмда бәхет гормондары – эндорфиндар эшләп сығара. Бынан тыш, ул көсөргәнеште кәметеүгә һәләтле магнийға ла бай, әммә кәйеф күтәрәм тиһәгеҙ, ҡара шоколад һайлағыҙ, һөтлө төрҙәренең файҙаһы күпкә аҙ. Белгестәр, тәм-том, шул иҫәптән шоколад ашауҙа ла сама белергә кәрәк, ти. Был татлы ризыҡ ҡан баҫымын күтәреүгә, арығанда хәл өҫтәүгә, иммунитетты нығытыуға, хәтерҙе яҡшыртыуға һәләтле, шуға күрә элек уны дарыуханала ғына һатҡандар. Иртәнсәк бер йомортҡа ашап алыу ҙа энергия сығанағы буласаҡ. Был ризыҡ В төркөмө, А, Е, D витаминдарына һәм майлы кислоталарға бай. Ҡаты сыр, майлы балыҡ (сельдь, сардина, скумбрия һ.б.), ит, һоло һәм ҡарабойҙай бутҡалары ла кәйеф күтәреү һәләтенә эйә. Белгестәр был исемлеккә әсе ҡыҙыл боросто ла өҫтәй, эндорфиндар (бәхет гормондары) эшләп сығарыу йәһәтенән уны шоколадҡа тиңләйҙәр. Тәмле итеп әҙерләнгән хуш еҫле сәй йәки ҡәһүә лә зиһенегеҙҙе асып, кәйефегеҙҙе күтәрер.
Читайте нас: