Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Июль 2021, 14:30

Доға ҡабатлағандан иҫкермәй

Күпме генә яҙһаҡ та, әллә үҙ һаулығыбыҙға шул хәтлем вайымһыҙбыҙ, иҫкәртеүҙәрҙе илтифат итмәйбеҙ. Бына яңыраҡ күрше районда ир уртаһы йәшендәге урмансы талпан энцефалитынан үлеп ҡалған.

Доға ҡабатлағандан иҫкермәй
Доға ҡабатлағандан иҫкермәй
Доға ҡабатлағандан иҫкермәй
Доға ҡабатлағандан иҫкермәй

Күпме генә яҙһаҡ та, әллә үҙ һаулығыбыҙға шул хәтлем вайымһыҙбыҙ, иҫкәртеүҙәрҙе илтифат итмәйбеҙ. Бына яңыраҡ күрше районда ир уртаһы йәшендәге урмансы талпан энцефалитынан үлеп ҡалған.

Быйыл ғына  Мәләүез ҡалаһы биләмәһендә - 55, Ағиҙел йылғаһы буйында - 5, район биләмәләрендә - 80, Шагайка күлендә - 4,  Нөгөш һыуһаҡлағысында - 3, башҡа райондарҙан 30 кеше талпан  ҡаҙалып (йәмғеһе 177 кеше) дауаханаға мөрәжәғәт иткән.

Һуңғы биш йылда  төбәктә талпан  бореллиозы менән сирләгән өс осраҡ теркәлгән, энцефалит менән ауырығандар юҡ. Яҙын һәм йәйен был бөжәктәр бигерәк әүҙемләшә.  Ауырыу йоҡторғандан һуң, инкубация осоро 10-14 көн дауам итә. Иксод талпаны бигерәк хәүефле, тәнгә ҡаҙалып, Лайм сире, эрлихиоз, листериоз, туляремия, талпан энцефалиты һәм башҡа ауырыуҙар йоҡторорға мөмкин.

Талпан ҡаҙалған осраҡта яҡын-тирәләге дауалау профилактика учреждениеһына (Мәләүез районында үҙәк район дауаханаһының хирургия корпусының ҡабул итеү кабинетына) мөрәжәғәт итегеҙ.

Талпан таратҡан йоғошло ауырыуҙарҙан үҙегеҙҙе һаҡлар өсөн вакцина ҡаҙатыу мөһим. Ғәҙәттә уны көҙ көнө сентябрь-октябрь аҙағында яһата башлап, март аҙағы-апрелдә тамамлап ҡуялар. Бер йылдан прививканы ҡабатлайҙар. Киләһе йылдарҙа ул өс йылға бер эшләнә.  

Вакцина эшләтмәгән кешегә талпан ҡаҙалһа, бөжәкте тикшертергә ебәрергә, зарар күргәнгә иммунноглобулин ҡаҙатырға кәрәк. Унан һуң да һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ. Башығыҙ ауыртҡан, хәлһеҙләнеү барлыҡҡа килгән, тән температураһы күтәрелә башлаған осраҡта кисектермәй врачҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Тәбиғәткә сыҡҡанда акарицид препараттар ҡулланыу, алдан һаҡланыу сараларын күреү, ваҡытында медицина ярҙамы алыу һеҙҙе йоғошло сирҙән һаҡлап алып ҡаласаҡ.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: