Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Июль 2021, 14:40

Гепатит - бауырҙың дошманы

Вируслы гепатит төрлө юл менән кешегә йоға. А һәм Е гепатиты вирусы күп осраҡта таҙа булмаған һыу, ашамлыҡтар һәм бысраҡ ҡул аша эләгә. В, С, Д гепатиты вирустары ҡан аша йоға (наркотик матдәне инъекция менән индергәндә, татуировка, пирсинг ҡуйҙырғанда, косметик, маникюр, педикюр һәм башҡа процедуралар яһағанда, инструменттар стериль булмағанда, тире йәрәхәтләнгәндә), шулай уҡ бала тапҡанда ауырыу әсәнән балаға һәм һаҡланмаған енси мөнәсәбәттәр ваҡытында.

Гепатит - бауырҙың дошманы
Гепатит - бауырҙың дошманы

 

28 июлдә бар донъяла гепатитҡа ҡаршы көрәш көнө уҙғарыла. В гепатитының вирусын аныҡлай алған Нобель премияһы лауреаты Америка врачы Барух Самюэль Блумбергтың тыуған көнө хөрмәтенә әлеге көн 28 июлгә билдәләнгән. Статистика буйынса, һәр өсөнсө кешелә гепатит осрай.

Был ҡурҡыныс сир. Ул - күп йоғошло булмаған факторҙар, шул иҫәптән алкоголь, ҡайһы бер фармокологик препараттар һәм башҡа сәбәптәр һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан бауыр ялһыныуы. Әммә гепатит ауырыуына килтергән сәбәптәрҙең иң таралғаны - вирустар. Хәҙерге ваҡытта гепатиттың биш төрө билдәле, уларҙың барыһы ла кеше өсөн ҡурҡыныс.

В һәм С гепатиты айырыуса ҡурҡыныс, улар хроник формаға күсеп бауыр циррозына һәм бауырҙа яман шешкә килтерергә мөмкин.

Вируслы гепатит төрлө юл менән кешегә йоға. А һәм Е гепатиты вирусы күп осраҡта таҙа булмаған һыу, ашамлыҡтар һәм бысраҡ ҡул аша эләгә. В, С, Д гепатиты вирустары ҡан аша йоға (наркотик матдәне инъекция менән индергәндә, татуировка, пирсинг ҡуйҙырғанда, косметик, маникюр, педикюр һәм башҡа процедуралар яһағанда, инструменттар стериль булмағанда, тире йәрәхәтләнгәндә), шулай уҡ бала тапҡанда ауырыу әсәнән балаға һәм һаҡланмаған енси мөнәсәбәттәр ваҡытында.

Вакцина яһатыу - А һәм В гепатитын профилактикалауҙың иң һөҙөмтәле алымы. Яңы препараттар барлыҡҡа килеүе һөҙөмтәһендә хроник С гепатитын дауалауҙа уңыштар бар, тулыһынса дауаланыу мөмкинлеген дә бирә. Хроник В гепатитын вирустарға ҡаршы дауалау организмды вирустарҙан тулыһынса азат итмәй, әммә ҡанда уның һанын кәметә, был үҙ сиратында цирроз һәм бауырҙағы яман шеш ҡурҡынысы кәмеүенә килтерә.

Гепатит - бауырҙың дошманы
Гепатит - бауырҙың дошманы
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: