Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
23 Август 2021, 15:25

Тамыры - һиңә, япрағы - миңә

Баҡсала үҫкән кишерҙең япрағы ла файҙалы: унда файҙалы матдәләр кишер менән сағыштырғанда 500 мәртәбәгә күберәк. Матурлыҡ сығанағы булған А, иммунитетты нығытҡан С, нерв системаһына, бауыр эшмәкәрлегенә йоғонто яһаған В витаминына, һөйәктәрҙе, теште нығытҡан калий һәм К витаминына бай. Кишер япрағын кистән сәй кеүек бешереп ҡуйып, икенсе көндө эсергә мөмкин. Бер айлап эсһәң, бауыр сирҙәренән, йөрәккә, күҙгә шифаһы ҙур була. Уны ҡышҡылыҡҡа киптереп ҡуйыу ҙа яҡшы. А, Д, В витаминдарына бай кишерҙә кальций, селен, цинк, магний, фосфор ҙа бар. Организмға кәрәкле каротин тигән матдә бешергәндә лә файҙалы үҙенсәлектәрен юғалтмай.

Тамыры - һиңә, япрағы - миңә
Тамыры - һиңә, япрағы - миңә

Баҡсала үҫкән кишерҙең япрағы ла файҙалы: унда файҙалы матдәләр кишер менән сағыштырғанда 500 мәртәбәгә күберәк. Матурлыҡ сығанағы булған А, иммунитетты нығытҡан С, нерв системаһына, бауыр эшмәкәрлегенә йоғонто яһаған В витаминына, һөйәктәрҙе, теште  нығытҡан калий һәм К витаминына бай.

 Кишер япрағын кистән сәй кеүек бешереп ҡуйып, икенсе көндө эсергә мөмкин. Бер айлап эсһәң, бауыр сирҙәренән, йөрәккә, күҙгә шифаһы ҙур була. Уны ҡышҡылыҡҡа киптереп ҡуйыу ҙа яҡшы. А, Д, В витаминдарына бай кишерҙә кальций, селен, цинк, магний, фосфор ҙа бар. Организмға кәрәкле каротин тигән матдә бешергәндә лә файҙалы үҙенсәлектәрен юғалтмай.

 Кишер  эсәктәрҙең дөрөҫ эшсәнлеген кәметә, күҙ күреүен яҡшырта, иммунитетты нығыта, аппетитты аса, бит тиреһенең төҫөн матурайта. Яңы кишерҙе таҙартылмаған килеш ашау файҙалы, сөнки уның тышында иң күп фитонцид матдә туплана. Кишерҙең ҡабығы, үҙәк өлөшөнә ҡарағанда, шәкәр һәм туҡлыҡлы матдәләргә ҡарағанда күпкә байыраҡ. Ни хәтле файҙалы булһа ла, кишерҙе самаһын белеп кенә ашарға кәрәк. Бигерәк тә йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға, гастрит кеүек сирҙәрҙән, аллергиянан интеккән кешеләргә артыҡ мауыҡмаҫҡа кәңәш ителә.

Кишер ҡушылған йәки кишер һутынан яһалған битлектәр тирегә бик яҡшы тәьҫир итә. Сәсе ҡойолған һәм тырнаҡтары зәғифләнгән кешеләргә әлеге йәшелсәне ҡулланырға кәрәк. Был йәшелсә тән тиреһе яраланған, ялһынған урындарҙы ла тиҙ дауалай. Уның өсөн йәрәхәтләнгән урынға бутҡа рәүешендә ҡырылған кишерҙе һалырға ла өҫтөнә ҡағыҙ менән бәйләп ҡуйырға онотмағыҙ. Марля, мамыҡ ҡулланырға кәңәш ителмәй. Ҡояшта артыҡ ыҙынғандан һуң, тән тиреһенә йоҡа итеп теленгән кишерҙән япма һалһаң һәйбәт. Ларингит, ангина менән сирләгәндә лә кишер һуты ярҙамға килә. Ул саҡта бер стакан һутҡа бер аш ҡалағы бал болғатып эсергә кәрәк. Ангина осоронда 100 грамм кишер һутына100 грамм һыу, бер аш ҡалағы бал һалып болғатып, тамаҡты сайҡатыу ҙа шифалы буласаҡ.

Тымаулап торғанда ярты стакан кишер һутына ярты стакан үҫемлек майы ҡушып, шул ҡатнашмаға 3-4 тамсы һарымһаҡ һуты тамыҙырға кәрәк. Ошо тәбиғи дарыуҙы танауға 3-4 тамсы тамыҙырға тәҡдим итәләр.

Ҡулланыр алдынан врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Тамыры - һиңә, япрағы - миңә
Тамыры - һиңә, япрағы - миңә
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: