Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Февраль 2022, 10:05

Юҡ, миндә юҡ ул сир!

Бөгөн  - Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәшеү көнө “-Юҡ, миндә юҡ ул сир! Врачтар яңылыш диагноз ҡуйғандар! Үлһәм үләм, операция эшләтмәйем!” - Был минең яҡын туғанымдың үҙендә яман сир табылғас, асырғанып әйткән һүҙҙәре. Ни өсөн ул, ниңә зәһәр сир уны урап уҙмаған? Әлбиттә, уның йән әрнеүҙәрен ишетеү, өҙгөләнеүҙәрен күреү ҡыйын булды. Тәүҙә ул үҙен, сибәр ҡатынды,  инвалид булараҡ күрергә теләмәне. Һуңға табан, йәшәйһе, ныҡ йәшәйһе килеүен әйтә ине... Әммә сир аҙған ине... Онкология ауырыуы тырнағынан ҡотола алманы. Икенсеһе, врачтар дауалағандан тыш, халыҡ медицинаһына ла мөрәжәғәт итте, эсмәгән үлән төнәтмәләре ҡалманы. Әллә үҙенең йәшәүгә теше-тырнағы менән йәбешеп ятыуымы, бер-бер артлы тыуған сабыйҙары өсөн яуаплылыҡ тойғоһо көслө булдымы, Аллаға шөкөр, уныһы иҫән. Һеҙ ҙә яҡын тирәгеләрҙе барлағыҙ әле, таныштарығыҙ, туғандарығыҙға ҡағылғаны бармы ошо сир? Миҫалға, 18 йәшлек кенә ҡоҙасамды, бер бите - ай, икенсеһе  ҡояш булған һылыуҡайҙы тиҫтә йылдар элек рак ауырыуы гүр эйәһе итте. Аллаға шөкөр, медицина бер урында тормай. Тиҫтә йыл элек рак ауырыуынан үлем күберәк булһа, әле аҡ халатлы фәрештәләребеҙ кеше ғүмерен тиҫтәләрсә йылға оҙайта ала.

 

“-Юҡ, миндә юҡ ул сир! Врачтар яңылыш диагноз ҡуйғандар! Үлһәм үләм, операция эшләтмәйем!” - Был минең яҡын туғанымдың үҙендә яман сир табылғас, асырғанып әйткән һүҙҙәре. Ни өсөн ул, ниңә зәһәр сир уны урап уҙмаған? Әлбиттә, уның йән әрнеүҙәрен ишетеү, өҙгөләнеүҙәрен күреү ҡыйын булды. Тәүҙә ул үҙен, сибәр ҡатынды,  инвалид булараҡ күрергә теләмәне. Һуңға табан, йәшәйһе, ныҡ йәшәйһе килеүен әйтә ине... Әммә сир аҙған ине... Онкология ауырыуы тырнағынан ҡотола алманы.

Икенсеһе, врачтар дауалағандан тыш, халыҡ медицинаһына ла мөрәжәғәт итте, эсмәгән үлән төнәтмәләре ҡалманы. Әллә үҙенең йәшәүгә теше-тырнағы менән йәбешеп ятыуымы, бер-бер артлы тыуған сабыйҙары өсөн яуаплылыҡ тойғоһо көслө булдымы, Аллаға шөкөр, уныһы иҫән. Һеҙ ҙә яҡын тирәгеләрҙе барлағыҙ әле, таныштарығыҙ, туғандарығыҙға ҡағылғаны бармы ошо сир? Миҫалға, 18 йәшлек кенә ҡоҙасамды, бер бите - ай, икенсеһе  ҡояш булған һылыуҡайҙы тиҫтә йылдар элек рак ауырыуы гүр эйәһе итте.

Аллаға шөкөр, медицина бер урында тормай. Тиҫтә йыл элек рак ауырыуынан үлем күберәк булһа, әле аҡ халатлы фәрештәләребеҙ кеше ғүмерен тиҫтәләрсә йылға оҙайта.

Статистика буйынса, ҡатын-ҡыҙҙар араһында онкология сире исемлегендә һөт биҙе яман шеше беренсе урында. Рәсәйҙә йыл һайын 45меңгә яҡын-ҡатын ҡыҙға мәкерле диагноз ҡуйыла. Башҡортостанда иһә йыл һайын бер меңгә яҡын гүзәл затта күкрәк шеше асыҡлана. Был ауырыуға илткән сәбәптәр бихисап. Хәҙерге мәшәҡәтле тормошта ғәҙәти ығы-зығы, хафаланыу ҙа сиргә юл яра. Ғалимдар яман шеш сиренә илкән бер нисә күрһәткесте билдәләй. Ауырыуҙың 10-20 процентына генетик факторҙар сәбәпсе. Һимереү, бауыр сире, ҡан баҫымы ауырыуы, шәкәр диабеты ла сиргә юл аса. Уларҙың береһен генә үҙегеҙгә ҡағылышлы тип тапһағыҙ, йылына бер тапҡыр булһа ла маммологҡа күренеп тороға кәрәк. Ысынлап та, ун осраҡтың туғыҙында яман шеште дауаларға мөмкин. Онкология сирен тулыһынса иҫкәртеү мөмкин түгел. Әммә уның хәүефен кәметеү юлдары бар. Уның өсөн заралы ғәҙәттәрҙән баш тартыу, дөрөҫ туҡланыу, ваҡытында ял итеү, хәрәкәтләнеү, табиптарға даими күренеү. Иҫән булайыҡ барыбыҙ ҙа!

 

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: